Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Февраль 2019, 17:38

Ватаныбыҙ – ышаныслы ҡулда

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә “Әрмелә бер көн” конкурсы ойошторолдо. Бәйгелә 11 мәктәптән 77 уҡыусы ҡатнашты. Һәр командала етешәр “йәш һалдат” көс һынашты. Буласаҡ һалдаттарҙы мәғариф бүлегенең методисы Л.Эгит менән “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Ә.Йортомбаева сәләмләгәс, уҡыусылар Рәсәйҙә “Кино дәрестәре” проекты сиктәрендә “Ҡаһарманға – ат!” фильмын ҡараны.
Артабан йыйылма командалар спорт майҙансығында төрлө физик күнекмәләр үтәне, шулай уҡ тиҙлектә, тапҡырлыҡта көс һынашты, автоматты һүтеп-йыйҙы, бер рәттән музыкаль конкурста ла үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
“Әрменең бер көнө” һуңында еңеүселәр асыҡланды. Иң күп мәрәйҙе тирәклеләр (етәксеһе Г.Фәйрүзова) йыйҙы. Икенселә – 1-се Архангел (В.Моисеев), өсөнсөлә – баҡалдылар (А.Мәзитов). Еңеүселәргә һәм төрлө номинацияла билдәләнеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм байрам бәлештәре тапшырылды.
Әлфиә Йортомбаева.
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры.
Читайте нас: