Ошо көндәрҙә башҡорт кавалерия дивизияһы полковнигы Сәйфулла Хәбиров иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Бәйгелә райондың иң көслө волейболсыларын тыш, күрше райондар ҙа үҙ-ара көс һынашты. Ярыштың рәсми өлөшөндә район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин, райондың спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, Абҙан ауыл хакимиәте белгестәре, мәктәп коллективы һәм ярыш судьялары ҡатнашты.
Кубокты яулар өсөн ете йыйылма команда (Абҙан-1, Абҙан-2, Архангел, Валентиновка, Максим Горький, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары) дәғүә белдерҙе. Улар ике төркөмгә бүленеп үҙ-ара уйындар үткәрҙе. Һәр партия көсөргәнешле үтте, еңеүсе исемен яулар өсөн командалар бар тырышлыҡтарын һалды.
Ярыш көн дауамында сәмле барҙы. Финал уйындары айырыуса ҡыҙыу үтте. Майҙанда Абҙан-1, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары спортсылары сыҡты. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса ҡырмыҫҡалылар – беренсе, өфөләр – икенсе, Абҙан-1 (Хәсәнов Ислам, Хәсәнов Ильяс, Хәсәнов Айнур, Кинйәғолов Дияз, Галин Ильнур) волейболсылары өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә кубоктар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Шулай уҡ бәйгелә “Иң яҡшы һөжүмсе” (Хәсәнов Ислам, Абҙан-1), “Иң яҡшы блок ҡуйыусы” (Хивинцев Василий, Валентиновка), “Либеро” (Тимур Ҡотлозаманов, Өфө районы), “Иң яҡшы бәйләүсе” (Федоров Анатолий, Ҡырмыҫҡалы районы) номинациялары билдәләнде.