Ғашиҡтар көнөн байрам итеү матур йолаға әүерелде. Уны йәштәр генә түгел, ә бөтә кешелек билдәләй тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Был көн һөйөү хистәрен һаҡларға, яратырға, бер-береңде хөрмәт итәргә өйрәтә.
2007 йылдың 23 февралендә Мәрхәбә ашыға-ашыға Өфөнән Октябрьск ҡалаһына әхирәт ҡыҙы Әлмираның никахына юл тота. Башҡа көндәрҙән айырмалы, бөгөн ул ниндәйҙер тулҡынланыу кисерҙе, йөрәге елкенде. Бушҡа булмаған икән… Ҡунаҡтар араһында мөһабәт кәүҙәле, сибәр, мөләйем бер егет килеп ингәс тә уға иғтибар итә һәм байрам дауамында ергәһенән китмәй. Ҡыйыу ир-азамат Рифат атлы булып сыға. Ул шул уҡ көндө һылыу ҡыҙға “Йөрәгеңде яулар өсөн барыһын да эшләйәсәкмен”, тип вәғәҙә бирә. Кисен йәштәр катокка сыға һәм ошо мәлдән бирле улар айырылмай.
— Рифат миңә беренсе күреүҙән үк ғашиҡ булһа ла, мин уны башта оҡшаттым ғына, ләкин тора-бара үҙенең холҡо, эштәре менән ул мине үҙенә әсир итте. Көн һайын дөйөм ятаҡ эргәһендә сәскәләр тотоп көтә торған ине. Хатта Ләмәздән Өфөгә күсеп килде, эшкә урынлашты. Һүҙендә торҙо — йөрәгемде яулай алды һәм мин уны яратыуымды аңланым. Мөхәббәтебеҙ беҙҙе ҡанатландырҙы, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһенә әйләнде.
Әсәйемдән өйләнешәргә рөхсәт һорағас, шул уҡ йылдың август айында никах уҡыттыҡ, ә октябрь айында гөрләтеп туй яһаныҡ.
Тәү күреүҙән мөхәббәт уты ҡабыныуына ышанам. Күңел йылылығын, яғымлы ҡарашын, йомшаҡ тауышын, ихлас йылмайыуын һағынып, осрашыу сәғәттәрен түҙемһеҙләнеп көтөп, ул кеше эргәһендә үҙеңде бәхетле һәм һаҡ аҫтында итеп тояһың икән, тимәк был — ысын мөхәббәт. Тик уны һаҡлап, иңде-иңгә терәп, тормош һуҡмағы буйлап алға атларға ғына ҡала.
Тәүге осрашыуҙағы катокта шыуыу ғаиләбеҙҙең матур йолаһы, яҡты хәтирәһе булып ҡалды. Беҙ һаман да боҙҙа эҙҙәр ҡалдырып уйнарға яратабыҙ, тик хәҙер икәү түгел, ә бишәү,-ти Мәрхәбә Түлебаева.