Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2019, 12:24

Тоҡомдо яҡшыртыу йәһәтенән

Белорус-Александровка ауылында урынлашҡан Нина Палаксова хужалығында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла.
— Был ысул билдәле бер ваҡытта көслө тоҡомло үрсем алыуға мөмкинлек бирә. Яһалма ҡасырыу юлы менән тыуған быҙауҙар ныҡ һәм тиҙ өлгөрөүсән була. Тоҡомдо яҡшыртып, малдарҙың продуктлылығын арттырыу маҡсатынан эштәрҙе шулай көйләп алдыҡ,- ти Нина Ревизоровна.
Әлеге мәлдә бында һөт-ит йүнәлешле бестужев, симменталь тоҡомло малдар аҫрала. 20 һауын һыйырҙың 18-ҙе быҙаулаған. Тәүлегенә 120 килограмм һөт һауып алына. Ҡышлау миҙгеле планға ярашлы дауам итә. Аҙыҡ кимәле етәрлек, запаста 700 төргәк бесән бар. Хайуандар көндөҙ ялан кәртә эсендә тора.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: