Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2019, 12:31

Телефон номеры үҙгәрҙе

Граждандарға пенсия һорауҙары буйынса консультация ярҙамы күрһәтеү Рәсәй Пенсия фонды эшмәкәрлегендә төп урынды биләй. Республика халҡына аңлатмаларҙы “ҡыҙыу бәйләнеш” федераль телефоны аша алырға мөмкин. 30 ғинуарҙан колл-үҙәктең номеры үҙгәрҙе, хәҙер консультация алыр өсөн 8-800-600-44-44 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Пенсия фондының “ҡыҙыу бәйләнеш”е тәүлек әйләнәһенә эшләй, РФ территорияһында шылтыратыуҙар бушлай. Иғтибарға алығыҙ, белгестәр граждандарға консультация ярҙамын “Персональ белешмәләр тураһында”ғы федераль закон нигеҙендә күрһәтә. Шулай итеп, мөрәжәғәт итеүсегә үҙенең һорауына түләүҙәр һәм теүәл цифрҙар хаҡында анализдар яһамайынса ғына дөйөмләштерелгән тәртиптә яуап бирелә.
Шәхси белешмәләргә (исем-шәрифтәргә, тыуған йылы, айы, датаһына һәм урынына, адресы, ғаилә, социаль, милек хәленә, мәҫәлән, түләнгән пенсиялар һәм башҡаларға) ҡағылған һорауҙарҙы онлайн ысулда Пенсия фондының рәсми сайтына йәки йәшәгән урын буйынса идаралыҡтың клиенттар хеҙмәтенә ебәреү мөһим. Был мәғлүмәтте алыр өсөн, шулай уҡ мобиль ҡушымта һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетты файҙаланырға була.
Лилиә Солтанбәкова,
Район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: