Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Февраль 2019, 17:41

Һыҙлай күңел, һыҙлай һаман…

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында алыҫ, сит ил – Афғанстан күп кенә ватандаштарыбыҙ яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Рәсәй халҡы бөгөн дә ул аяныслы осорҙо, хәтәр ваҡиғаларҙы хәтерендә һаҡлай. Совет ғәскәрҙәре, афған халҡына эске дошмандарға ҡаршы көрәштә ярҙам итеп, ун йыл дауамында уларҙың территорияһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең меңдәрсә һалдат һәм офицерҙарыбыҙ Афғанстан ерендә интернациональ бурысын намыҫ менән үтәне.
Күрше дәүләт территорияһынан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы тамамлаған көн халҡыбыҙ өсөн иҫтәлекле датаға әүерелде. Был көндө төрлө йылдарҙа Ватан сиктәренән тыш хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан яугир-интернационалистарға хөрмәт күрһәтеү йолаға әйләнде. Бынан тыш Совет һалдаттары Кореяла, Вьетнамда, Сирияла, Мысырҙа, Мозамбикта, Анголала һәм башҡа илдәрҙә интернациональ яуҙарҙа ҡатнаша. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Афған һуғышында Советтар Союзы 14 мең 427 кешеһен юғалта. Шуларҙың иң күбе 1984 йылға тура килә – 2346 кеше һәләк булған.
Район мәҙәниәт йортонда Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан яугирҙар төркөмдәргә бүленеп Айытмәмбәт, Баҡалды, Ырныҡшы ауылдарына юлланды. Иҫтәлекле дата мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу менән башланды. Сарала район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса хәрби комиссариат бүлегенең начальник урынбаҫары Сергей Симонов, Афғанстан ерендә интернациональ бурысын үтәгән Сергей Голубев яугир-интернационалистар һәм ҡунаҡтар алдында сығыш яһағандан һуң, “Йәшел береттар” төркөмө сығышы йөкмәткеле һәм күңелгә үтеп инеүсе концерт номерҙары тәҡдим итте.
Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, йөрәктәргә һалынған яралар бөгөн дә уңалып бөтмәй. Улар туҡтауһыҙ һыҙлап, үҙҙәренең барлығын белдереп, иҫкә төшөрөп тора. Артабан табын артында утты-һыуҙы бергә кискән Афған һуғышы ветерандары өсөн күптәнге дуҫтарҙы, таныштарҙы күреп, хәл-әхүәл белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге булды. Район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин уларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: