Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Февраля 2019, 12:49
Оператив сара бара
Добавить в предпочтительные источники Google
2019 йылдың 11 февраленән 20-һенә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Административ күҙәтеү” оператив-профилактик сараһы үткәрелә. Уның маҡсаты Федераль закон тәьҫире аҫтына формаль рәүештә эләккән элек хөкөм ителеүселәрҙе асыҡларға һәм уларҙы административ күҙәтеүгә (билдәләнгән осраҡта) ҡуйыуға, был эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен ойоштороуға, шулай уҡ хөкөм ителгәндәр, административ һәм формаль күҙәтеү аҫтына алынғандарҙың енәйәт юлына баҫмауын, хоҡуҡ боҙмауын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ күҙәтеүҙәгеләрҙең суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәүен, Федераль законда ҡаралған бурыстарҙан тайпылмауын тәьмин итеү буйынса даими тикшереүҙәр башҡарыласаҡ. Йәмәғәтселеккә хәүеф тыуҙырыусыларға, енси ирекһеҙләү һәм балиғ булмағандарҙың енси иркенә бәйле ауыр енәйәттәр ҡылыусыларға, ҡурҡыныс енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәргә айырыуса иғтибар биреләсәк.
Айгөл Сәйғафарова,
район эске эштәр бүлегенең өлкән инспекторы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"