Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Февраль 2019, 16:52

“Эшкә —үҙ районыңа!”

Үҙәк район дауаханаһының медицина юлын һайлап, төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар менән осрашыу үткәреүе матур йолаға әүерелде. Сираттағыһында район етәкселеге уларға “Эшкә — үҙ районыңа!” тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.

Район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев тыуған яҡта хеҙмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөгө, сит-ят урындағыға ҡарағанда, эргәлә ғаилә ағзалары һәм яҡындарыңдың булыуы ла һәр ваҡыт ышаныслы таяныс икәнлеген төшөндөрҙө. Йәштәргә мәҙәни ял өсөн уңайлы шарттар ( төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары һәм башҡалар) булдырылыуы тураһында һөйләне.

— Киләсәгебеҙ — йәш кадрҙар ҡулында. Тыуған район һеҙҙе көтә, -тине ул.

Башҡорт дәүләт медицина университетында, уның ҡарамағындағы колледжда, 1-се Өфө медицина колледжында, Бөрө медицина-фармацевтика колледжында уҡып йөрөүсе студенттарҙы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ә.Ғ.Әҙиәтова учреждение эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. “Ауыл табибы” программаһы буйынса килеүсе белгестәрҙең тырышлығы, берҙәм коллектив, шулай уҡ башҡа һөнәр алыу, белемде камиллаштырыу мөмкинлектәре бирелеүе тураһында төплө мәғлүмәт еткерҙе.

Район хакимиәте белгесе Е.А.Савченко ауыл йәштәренә ярҙам саралары, дәүләт прорграммалары тураһында яҡтыртты.

Баш табип урынбаҫары А.Л.Вязовцева буласаҡ аҡ халатлыларҙың ниндәй белгестәр талап ителеүе, эш хаҡы тураһында ҡыҙыҡһыныуҙарын әйтте. Экскурсия мәлендә егеттәр-ҡыҙҙар поликлиника һәм стационарҙа булып, учреждение менән яҡындан танышты, һорауҙар бирҙе. Дауахана етәкселеге менән бәйләнеш тотоу маҡсатында уларға контакт номерҙары бирелде.

Ни тиһәң дә, тыуған яҡ — тәпәй баҫҡан иң гүзәл ер. Шуға күрә үҙеңдең тыуып үҫкән ауылыңда, районыңда хеҙмәт юлын башлау, үҙ яғыңда кәрәкле һөнәр эйәһе булып халҡыңдың һаулығын хәстәрләү — күңел ҡушыуы ғына түгел, ә заман талабы ла.

Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: