— Колхозда ғүмер буйы механизатор булып эшләнем. 45 йыл хеҙмәт стажым бар. Тәүге тракторҙан алып, замансаларына тиклем баҫыу-яландарҙы һөрөп, иген сәсеп, икмәк үҫтерҙем,-тип Ҡыҙылъяр аҡһаҡалы Сабит Мөхәмәтуллин хәтер төйөнөн яҙҙы.
Улы Рәис,ҡыҙы Гөлмира һәм кейәүе Альберт менән яйлап әңгәмәләшеп ултырған хужа әкренләп үткәндәрен барлап, янып-көйөп ең һыҙғанған саҡтарын иҫенә төшөрҙө.
Ысынлап та, элгәре кеше байлыҡ, аҡса тип түгел, ә хеҙмәт емешенең әсе тир менән табылыуынан, йәшәйешенән ҡәнәғәтлек кисереп, әхлаҡи-рухи ҡиммәттәрҙе һанлап донъя көткән. Сабит Мөхәмәтғәле улы ана шундайҙар рәтенән.
— Бригадир, ферма мөдире вазифаларын башҡарҙым. Белемем 4 класс ҡына ине, сөнки һуғыш арҡаһында яҡты уй-теләктәргә кәртә ҡуйылды. Шулай ҙа бирешмәнем. Коммунистар партияһына индем, райком ағзаһы булдым. Халыҡ ышаныс күрһәткәс, күп тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайланылар. Риф Килмөхәмәтов, Ғүмәр Хәсәнов һәм башҡа ир-егеттәр менән бергә тир түктек. Хисаметдин Искәндәров — балалыҡ дуҫым.
Колхоз гөрләгән ваҡытта тырышлыҡты баһалай ҙа белделәр. Юбилей миҙалдарым һәм күп кенә Почет грамоталарым да етерлек. Юллама буйынса Ғафури районы Красноусол һәм Мәсетлелә “Ҡарағайлы” шифаханаларында ял итергә тура килде. Ике мәртәбә Ҡырымға ла биргәйнеләр, уларына эш күп тип, бармай ҡалдым. Таң менән ҡуҙғалып, төн уртаһында ғына ҡайтып керә торғайным. Техниканы ҡарарға кәрәк, гараж юҡ. Бысраҡ ер эштәре, ауырлыҡтар сәбәпле, күҙҙәрем зыян күрҙе. Әлдә балаларым ярҙамынан ташламай, бына әле утын хәстәрләргә тип Өфөнән килеп еттеләр,-тип ҡыуанысын белдерҙе ул.
Сабит Мөхәмәтғәле улы Гөлфира Ғарифулла ҡыҙы менән 55 йыл татыу ғүмер кисерә. Ҡатыны — алдынғы һауынсы, йортта ла, хужалыҡта ла, хеҙмәт урынында ла өлгөрлөк, уңғанлыҡ күрһәтә. 50 йыл татыу тормошта йәшәгән Мөхәмәтуллиндар район һәм Республика Башлығы Ҡотлауҙарын ала. Ауыл байрамында “Иң яҡшы ғаилә” номинацияһында билдәләнә. Динә, Гөлмира, Динара ҡыҙҙарына, Фәнүз, Рәис улдарына хәстәрлекле атай-әсәй матур тәрбиә бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәне ҡайғы-хәсрәткә һалып, балалары Фәиз һәм Венера йәшләй генә мәрхүм була.
— 2012 йылдан ҡатыным вафатынан бирле яңғыҙым. Үҙем атайһыҙ буй еткергәс, ғәзиздәремә иғтибарҙы кәметмәнем. Шуға хәҙерге көндә барыһы ла мине һөйөндөрөп тора, матур тормошлолар, 11 ейән-ейәнсәрем бар, инде бүләсәрҙәр шатлығы ла татыйым, шөкөр,-ти хеҙмәт ветераны Сабит Мөхәмәтуллин.