Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Февраль 2019, 11:39

Ҡоро ағастарҙы йыйыу өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ

2019 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль законды ҡулланыу буйынса аңлатма биреү өсөн РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа мөрәжәғәт иттек.
– Закон граждандарға үҙҙәренең шәхси ихтыяжы өсөн йығылған ҡоро ағастарҙы бушлай һәм рөхсәтһеҙ файҙаланырға мөмкинлек бирә. Нимә ул киҫкә (валежник)?
– Ул – ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағас. Уны алыу өсөн кемдән дә рөхсәт кәрәкмәй.
– Урманға барғанда үҙең менән балта һәм бысҡы алырға мөмкинме?
– Эйе, мөмкин. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны өлөштәргә бүлергә кәрәк.
– Йылдың ниндәй миҙгелендә әҙерләргә мөмкин?
– Киҫкәне һәр миҙгелендә алырға мөмкин. Тик янғын хәүефе менән бәйле урмандарға махсус режим индерелгән ваҡытта ғына ярамай.
– Киҫкәне ҡайҙа әҙерләргә була?
– Уны бөтөн урмандарҙа ла әҙерләргә мөмкин. Бары тик “йәшел ҡалҡанды” ҡырҡыу, алдан әҙерләнгән ағасты һаҡлауға һалыу ерҙәрендә генә тыйыла.
– Халыҡҡа ниндәй мөрәжәғәтегеҙ бар?
– Барығыҙға ла мәғлүм, тере ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығы ла ҡулланылыуы ихтимал. Йәнә йығылып ятҡандарын алғанда уның кипкән ботаҡтарын урманда ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар тәбиғәтте бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра. Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым. Сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙаланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағаналарҙы алыштырыу һәм башҡа ихтыяждар өсөн ҡулланылырға мөмкин.
Киҫкә әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.
– Төплө мәғлүмәтегеҙ өсөн рәхмәт.
Альберт Рәхимов яҙып алды.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров:

– Урманға киҫкә әҙерләү өсөн барыусыларға үтенәм: бер ниндәй сәбәп менән дә тере, үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмаҫҡа, урман үҫентеләренә зыян килтермәҫкә кәрәк.
Читайте нас: