Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Февраль 2019, 12:01

Ишле ғаиләнең эше ырамлы

Ата-бабаларыбыҙ өсөн малсылыҡ, йылҡысылыҡ тормоштоң мәғәнәһе, таянысы булып торған. Улар саф һауа һулап, сәхрәләрҙә көтөү көткән, ҡаҙылыҡ ашап, ҡымыҙ эскән. Үҙҙәре етештергән аҙыҡтар менән генә туҡланғанға күрә ололар ҙа сирләмәгән, йәш быуын да сәләмәт үҫкән.
Бөгөн магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек ишелеп ята, ләкин уларҙың сифаты шик тыуҙыра. Элек ит, һөт, картуф һәм башҡаларҙы ауылдан ҡалаға ташыһалар хәҙер киреһенсә, төрлө яҡтарҙа етештерелгән ризыҡ менән туҡланабыҙ. Сифатлыһына тап булһаң үкенесле түгел, ә байтаҡ осраҡтарҙа, составына тәмде көсәйтеүсе һәм башҡа төрлө химик ҡатнашмалар өҫтәп, алдап һатылғандарына юлығабыҙ.
Үҙ һаулығы өсөн борсолған кеше, әлбиттә, ауылда етештерелгән таҙа ашамлыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә хәҙер крәҫтиән-фермер хужалыҡтары продукцияһына һорау артҡандан-арта.
Районыбыҙҙа ер эшкәртеп, мал үрсетеп ауыл хужалығын яңынан аяҡҡа баҫтырған фермерҙарыбыҙ байтаҡ.
Альберт Ғәббәсовтың Көмәрле ауылында урынлашҡан фермаһында эш ҡайнай. Бөгөн ҡураларҙа барлығы 191 баш эре мөгөҙлө мал. Хужалыҡта яҡшы тоҡомло малдарҙы үрсетеүгә баҫым яһала. Шуға күрә бында герефорд, ала-сыбар, абердин-ангусс тоҡомло бөйрәкәйҙәрҙе осратырға мөмкин.
Ферманың идарасыһы Радик Мырҙагилдин һөйләүенсә, ҡышлау миҙгеле уңышлы бара, аҙыҡ етәрлек кимәлдә һәм сифатлы, әлегә ике мең төргәк бесән, мең тоннанан артыҡ сенаж ҡалған. Икенсе фермала ла хәлдәр шулай уҡ яҡшы дауам ителә.
Тирәкле ауылында Илгиз Ғәлиәкбәров хужалығында ла эштәр гөрләй. Ялан кәртә тулы кәбән ҙурлығындай үгеҙ-таналарҙы күреп хайран ҡалырһың. Һыйыр малының ит йүнәлешле булған герефорд тоҡомо — Илгиздең ғорурлығы.
— Тыныс холҡло, иркә малҡайҙар. Бик тиҙ өлгөрәләр, беҙҙең һалҡын ҡыштарға бер ҙә бирешмәйҙәр. Мускулдары көслө, үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 900-1000 кг булһа, һыйырҙарҙыҡы 520-620 килограмға етә. Ай башынан һыйырҙар быҙаулай башланы,- тип һөйләп үтте И.Ғәлиәкбәров.
Айбулат Шәрәфетдинов — районыбыҙҙың абруйлы фермеры. Ул йәш, яңы эш башлаусы ауыл эшсәндәренә һәр саҡ үҙенең кәңәштәрен бирергә, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер. Шәрәфетдиновтар малсылыҡтан тыш, ҡымыҙ етештереү менән дә шөғөлләнә. Бөгөн ишле ғаиләнең эше ырамлы, яҡшы күрһәткестәр менән алға бара.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: