Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Февраль 2019, 12:12

Икмәк — иң ҡәҙерле ризыҡ

Ниндәй генә тәм-томдан ауыҙ итһәк тә, ябай икмәкте ашамайынса тамаҡ туймай. Уның ни тиклем ҡәҙерле, изге икәнен сабый саҡтан уҡ беләбеҙ. Әсәйҙәребеҙҙең ауыл мейесендә тәмле итеп бешергән икмәктәренең тәме бала саҡтың иң яҡты хәтирәләре булып иҫтә ҡалған.
Бөгөн Архангелдә Артур Бикбулатовтың “Икмәкле ихата” тип аталған икмәк цехы район халҡын бына ошондай юғары сифатлы әпәкәйҙәр менән ҡыуандыра. Яңы ғына эшләй башлауҙарына ҡарамаҫтан, улар һатып алыусылар араһында абруй ҡаҙанды. Өс оҫта көнөнә 80 икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтарын бешерә, хатта туҡмас киҫергә лә өлгөрә. Оҙаҡламай тулы ҡеүәттә эшләй башлау менән бында 7-8 хеҙмәткәр буласаҡ.
Артур Илдар улы пекарняға заманса ҡорамалдар һатып алған: автоматлаштырылған икмәк бешереү мейесе, ҡамыр баҫыу станогы, туҡмас киҫкес, һыуытҡыс камералар. Ул предприятиеға килем килтереү ниәтенән барлығы 1 млн 500 мең һум кимәлендә капитал һалған.
Йүнсел ирҙең башҡараһы эштәре күп, пландары ҙур. Икмәктәре бөгөнгөләй тәмле, сифатлы бешерелеп, халыҡтан һорау булһа — маҡсатына ирешер.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: