Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Февраль 2019, 12:00

Ер тураһында хәстәрлек күр

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларына эйә булған граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең хоҡуҡтары ер ҡануниәте нормаларына ярашлы билдәләнә.
Йыш ҡына шәхси ер биләмәләренең хужалары закон буйынса үҙҙәренең йөкләмәләрен үтәмәй, йәғни ҡулланылған ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеүсе мөһим сараларҙы уҙғармай.
РФ Ер кодексының 13-сө, 42-се статьялары, Федераль закондың 8-се статьяһының 101-се һанлы (1998 й.,16 июль) “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү” законы буйынса, шәхси биләмә хужалары, ҡулланыусылар йәки ҡуртымға алыусылар тупраҡҡа агрохимик, фитосанитар һәм эколого-токсикологик тикшеренеүҙәр үткәрергә, йәғни ерҙең сифатын яҡшыртыу, уңдырышлылығын күтәреү өсөн ҡаралған талаптарҙы башҡарырға бурыслы.
Тупраҡҡа агрохимик анализ яһау ерҙе һөҙөмтәлерәк файҙаланыуҙа әһәмиәтле. Был тикшеренеү тупраҡ составында минераль ашламаларҙың етәрлек кимәлдә булыу-булмауын, тупраҡтың механик составын, органик матдәләрҙең, водородтың күләмен билдәләй. Талаптарҙы теүәл үтәгән кеше ҡулланылған ерҙең торошон, сифатын беләсәк һәм уның уңдырышлылығын күтәреүҙе хәстәрләй башлаясаҡ.
Республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын көйләүсе закондарға ярашлы, хужалыҡ итеүсе субъекттар баҫыуҙарҙың агрохимик паспорттарын булдырырға тейеш.
2018 йылдың 1 августында БР Хөкүмәте тарафынан “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын һаҡлау һәм тергеҙеү ҡағиҙәләре” ҡабул ителде ( 369-сы ҡарар). Уның буйынса шәхси биләмә хужалары, ҡулланыусылар йәки ҡуртымға алыусылар агрохимик паспортта теркәлгән һуңғы агрохимик тикшеренеү күрһәткестәренә ҡарап, РФ-тың 2011 йылдың 22 июлендә ҡабул ителгән 612-се ҡарары критерийҙарына таянып, тупраҡ сифатының түбәнәйеүенә юл ҡуймаҫҡа; агрохимик анализ һөҙөмтәләренән һуң, уға эзбиз, гипс, фосфор индерергә тейеш.
Әгәр үрҙә әйтелгән талаптар башҡарылмаһа, Россельхознадзор тарафынан ерҙең хужаһына ҡаршы РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 2-се бүлегенең 8.7 статьяһына ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлөп, юғары штрафлы санкциялар һалынасаҡ.
Ерҙең уңдырышлылығын дәүләт тарафынан көйләү саралары закон кимәлендә нығытылған. 2006 йылдың 29 декабрендәге “Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы Федераль закондың 264-се һанына таянып, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ергә ашлама индереү сараларын үткәргән саҡта дәүләт тарафынан ярҙам алырға хоҡуҡлы.
БР Россельхознадзор идаралығы.
Читайте нас: