Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2019, 11:45

Юл йөрөгәндә һаҡ булайыҡ

Абҙан ауылы “Ләйсән” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында балалар аҙналығы уҙҙы. Аҙна барышында төрлө уйын-конкурстар менән бер рәттән, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә арналған саралар ҙа ойошторолдо. Тәрбиәсе Әлиә Кинйәғолова был мәсьәләгә етди иғтибар тәрбиәләү маҡсатынан, кескәйҙәрҙе юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре менән таныштырҙы, уларҙы үтәү мотлаҡ булыуы хаҡында иҫкәртте.
Тәрбиәсе Эльвира Ҡужәхмәтова етәкселегендә балалар тарафынан сәхнәләштерелгән “Бүре һәм ете кәзә бәрәсе” әкиәте аҙналыҡты йомғаҡлап ҡуйҙы. Тамашаны ҡарарға мәктәп директоры Фидалиә Кинйәғолова һәм 1-се класс уҡыусылары ла саҡырылды. Изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡты еңеүе, ҡыйыулыҡ, дуҫлыҡ тураһындағы әкиәт кескәйҙәрҙең күңеленә ятты. Осрашыу барыһына ла оҡшаны.
Эльвира Ҡужәхмәтова,
тәрбиәсе һәм музыкаль етәксе.
Читайте нас: