Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2019, 12:28

Яратҡан эш уңыш килтерә

“Йыл уҡытыусыһы” кеүек һөнәри конкурстар оҫта уҡытыусыларҙы табыу, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү һәм тәжрибә туплауҙы маҡсат итеп ҡуя. Һәләттәрҙе асырға, һөнәри бейеклектәргә үрләргә, белем, тәрбиә биреүҙең сифатын арттырырға, рухи яҡтан күтәрелергә ярҙам итә. Изге һөнәр эйәләренә бындай сараларҙа бер-береһе менән яҡындан танышып аралашыу, үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге тыуа.
Районда “Йыл уҡытыусыһы — 2019” конкурсы ойошҡанлы уҙҙы. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренән һәм райондың хөрмәтле уҡытыусыларынан торған баһалама төркөмө бәйгелә ҡатнашыусыларҙың иң көслөләрен икенсе этапҡа үткәрҙе. Һөҙөмтәлә финалда Г.Л. Аҫылбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы (Тәүәкәс мәктәбе), В.В.Жилякова, рус теле һәм әҙәбиәте (1-се Архангел мәктәбе), А.Ф.Мөхәмәтйәнова, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы (2-се Архангел), Н.Л.Комзалова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү (Валентиновка), А.Г.Лапсина, башланғыс кластар уҡытыусыһы (Баҡалды), шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреүсе учреждениелары буйынса “Йыл тәрбиәсе”һе номинацияһында район “Тирмәкәй” балалар баҡсаһынан Г.Р.Ғималиева, “Әкиәт”тән Л.В.Шусикова, Абҙан ауылы “Ләйсән”дән С.Х.Ҡужәхмәтова, Максим Горький мәктәбе филиалы “Чебурашка” балалар баҡсаһынан Г.У.Смирнова ҡатнашты.
Мәртәбәле сараны райондың мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев һәм методика кабинеты мөдире Л.Т.Сәйғафарова асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, гүзәл заттар сәхнә түренә саҡырылды. Тамаша залында мәктәп, балалар баҡсаһынан килгән хуплаусылар төркөмө һәм ҡунаҡтар уларҙы көслө алҡыштар менән дәртләндерҙе. Бер нисә этаптан торған ярышта финалистар оҫталыҡ дәрестәрен, ижади һәләттәрен, яңы алымдар менән эшләй белеүҙәрен, тәжрибә һандығын күрһәтеп өлгөрҙө. Уларҙың һәр сығышы үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс булды. Айырыуса биш көнлөк уҡытыу системаһына күсеү тураһында фекер алышыу ҡыҙыу барҙы. “Педагогик оҫталыҡ нимә ул?”, “Әгәр Мәғариф министры булһам нимәләр эшләр инем?” тигән һорауҙарға яуаптар яңғыраны. Изге һөнәр эйәләренең сәмле бәйгеһе илһам тулҡындарында тирбәлеп дауам итте.
Баһалама комиссияһы бәйгеселәрҙең телмәр тотоуҙарына, үҙ эштәренә анализ яһауҙарына һәм фекер ҡеүәһенә, аң даирәһенә ҙур иғтибар бирҙе. Етди кәңәшләшеүҙән һуң, “Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында — С.Х. Ҡужәхмәтова, “Үҙ эшенең оҫтаһы” — А.Ф.Мөхәмәтйәнова, “Йондоҙло сәғәт” — Л.В.Шусикова, “Мәктәпкәсә белем биреүҙең өмөтө” — Г.Р.Ғималиева, “Йөрәгемде балаларға бирәм” — Н.Л.Комзалова, “Педагогик дебют” — В.В.Жилякова, “Йыл тәрбиәсе” — Г.У.Смирнова, ә райондың “Йыл уҡытыусыһы — 2019” исеменә Г.Л.Аҫылбаева лайыҡ булды.
Еңеүселәр һәм призерҙарға район мәғариф бүлеге исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: