Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2019, 12:24

Район дауаханаһына —яңы автомобилдәр!

Үҙәк район дауаханаһы өс “ашығыс ярҙам” машинаһына эйә булды.
Был хаҡта медицина учреждениеһының баш табип урынбаҫары Анна Вязовцева түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Был автомобилдәр— “Газель” һәм “Соболь” базаһындағы “Луидоры” һәм УАЗ-профи. Икәүһе — республика ҡаҙнаһы саралары, берәүһе федераль бюджет иҫәбенә алынды. Бер берәмек медицина техникаһы — А, ҡалғандары — В класына ҡарай. Бынан тыш, автопаркыбыҙ пассажир йөрөтөүсе ПАЗ базаһында күсмә фельдшерлыҡ пункты менән тулыландырылды. Ул шулай уҡ республика бюджеты сараларына алынды.
Яңы автомобилдәр район халҡына беренсе ярҙам күрһәтеү, алыҫыраҡ урынлашҡан ауылдарға тиҙ арала барып етеү өсөн дә ҡулай. Тәү сиратта, пациенттар өсөн генә түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм “ашағыс ярҙам” водителдәренә заманса һәм уңайлылығы мөһим.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: