Инйәр
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
8 Февраля 2019, 07:22

Һорауҙар булһа… форумға рәхим ит!

Архангелдә “Управдом” күп фатирлы йорттар советының форумы уҙасаҡ. Ошо хаҡта район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса баш белгес Ольга Бушмелева тубәндәге мәғлүмәтте еткерҙе:
– Мөһим сара ағымдағы йылдың 19 февралендә сәғәт 17.00-лә район мәҙәниәт йортонда ойоштороласаҡ. Унда БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эшләү буйынса Төбәк операторынан һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса Төбәк операторынан белгестәр ҡатнашыуы күҙаллана. Борсоған һорауҙарығыҙ булһа “Торлаҡ-коммуналь хужалығы” мәсьәләһе буйынса район хакимиәтенең adm03@bashkortostan.ru электрон почтаһына, шулай уҡ 8 (347 74) 2-13-76 телефоны аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас