“Ҡыҙғылт-һары туп” баскетбол лигаһының финал уйындары Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Унда Башҡортостандан иң көслө 22 йыйылма команда (2005-2006 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар) үҙ-ара уйындар үткәрҙе. Бәйгелә В.П.Ащеулов, С.А.Рубин, А.В.Губачев һәм А.В.Ащеулов етәкселегендә 2-се Архангел мәктәбе спортсылары (Сорағолова Айһылыу, Каданцева Олеся, Штейнард Ксения, Бухмастова Елена, Салихова Лиана, Губачева Елизавета, Лешкова Виктория, Ибраһимова Регина, Кряжева Виктория, Кряжев Виктор, Голованов Кирилл, Төлкөбаев Марсель, Сазгетдинов Альфред, Маклецов Антон, Иконников Илья, Миллер Данила һәм Ғизәтуллин Алмаз) ҡатнашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса егеттәр – бишенсе, ҡыҙҙар алтынсы урынды биләне, ә район йыйылма командалары араһында егеттәр – “бронза”, ҡыҙҙар “көмөш” миҙалға лайыҡ булды.