Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Февраля 2019, 07:17
2019 йылдың 23 ғинуарынан 28-енә тиклем “02” хәбәр итә
2019 йылдың 23 ғинуарынан 28-енә тиклем район полиция бүлегенә административ хоҡуҡ боҙоуҙар, хәл-ваҡиғалар һәм енәйәттәр хаҡында 71 ғариза (хәбәр) килде.
Ошо осорҙа 2 урлашыу, 4 юл-транспорт ваҡиғаһында автотранспортҡа механик зыян килтереү, 8 тән яралары яһау, 3 дауаханаға илтеү, 2 ваҡытһыҙ үлем (үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы), 1 ғаилә низағы, 1 документ һәм 1 телефон юғалтыу факттары теркәлде.
Шулай уҡ 23 административ хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөү (1), рөхсәт ҡағыҙҙары булмайынса (алкоголгә) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу (10), ата-әсәлек бурысын үтәмәү (5), административ сикләүҙе боҙоу (2) осраҡтары асыҡланды.
Район территорияһында “Стационар булмаған сауҙа нөктәләрендә сим-карталар һатыуҙы тыйыу”, “Пассажирҙарҙы йөрөтөү эшмәкәрлеге алып барған шәхестәрҙе тикшереү”, “Мутлыҡты иҫкәртеүсе иҫкәртмәләрҙе таратыу”, “Тәбиғи ресурстарҙан килем алыуға бәйле ағастарҙы законһыҙ рәүештә ҡырҡыу”, “Үҫмер - ғаилә”, “Наркозаслон” оператив-профилактик саралары үткәрелә.
Наталья Бушмелева,
район эске эштәр бүлеге аналитигы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур