Инйәр
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Февраль 2019, 17:58
“Үргә ос!” проекты
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәктәп белеменә арналған тәүге республика форумында белем усаҡтарында биш көнлөк уҡытыу системаһына күсергә тәҡдим итте. Уға ярашлы 1 сентябрҙән Башҡортостанда “Үргә ос!” (“Взлетай”) проекты эшләй башлай. Был юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошона әҙерләү өсөн кәрәк.
Андрей Матвеев, район мәғариф бүлеге начальнигы:
— Проектты иғлан итер алдынан ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың һәм башҡа мәғарифҡа бәйле кешеләрҙең фекерҙәре күҙ уңына алынасаҡ. Был яңылыҡты тормошҡа ашырыр алдынан һәр нәмәне уйлап, еренә еткереү зарур. Һанап кителгән модульдәрҙе мәктәптәргә этап буйынса индерәсәкбеҙ. Ата-әсә күҙлегенән ҡарағанда, проект миңә оҡшай.
Рәис Мостафин, Тәүәкәс мәктәбе директоры:
— Биш көнлөк уҡытыу системаһына күскәндә, минеңсә, уҡыусыға ауырға тура киләсәк, сөнки көн һайын 7-8 дәрестә ултырыу физик һәм психологик яҡтан да тәьҫирле, йәш организм ҙур көсөргәнеш кисерә. Ҡайһы бер модулдәр өсөн мәктәптәрҙә шарттар булдырыу мөһим. Ыңғай яҡтары — бала ике көн ял итәсәк һәм кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлеге бар.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
30 Апрель 2025, 08:27
Республиканан ике проект яҡшылар иҫәбенә инде
Новости
29 Апрель 2025, 15:52
Янғын сығарһаң, штраф түләйәсәкһең
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"