Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
4 Февраля 2019, 13:12
Ҡоралыңды тапшыр
Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы тарафынан законһыҙ әйләнештәге ҡорал һәм боеприпастарҙы тартып алыу буйынса маҡсатлы эш башҡарыла. 2018 йылда түләүле нигеҙҙә 270 берәмек ҡорал, 31144 дана боеприпас, 20038 грамм шартлатҡыс матдә, 7 шартлатҡыс ҡорамал алыныуы тураһында граждандарҙан 290 ғариза ҡабул ителде. Түләнергә тейешле сумма — 3 миллион 650 мең 024 һум. Ҡорал, боеприпастарҙың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү буйынса эште әүҙемләштереү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйәтселек менән көрәшкә граждандарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ағымдағы йылдың 11 февраленән 22-һенә тиклем республика территорияһында “Ҡоралыңды тапшыр” акцияһы уҙғарыла. Законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы ирекле рәүештә тапшырыу тураһында ғариза менән БР буйынса Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре офисына йәки полиция бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәмәлдәге закон талаптарына ярашлы, ҡорал һәм боеприпастарҙы полицияға ирекле рәүештә тапшырыусылар, уларҙы үҙҙәрендә законһыҙ һаҡлаған өсөн енәйәти яуаплылыҡтан ҡотолдорола. Белешмә өсөн телефон: 2-11-95.
Дмитрий Дегтярев,
БР буйынса Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре бүлегенең өлкән инспекторы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"