Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Февраль 2019, 18:11

“Алтын тирмә”лә ҡунаҡта

Үткән аҙнала “Өмөт” халыҡ театры ағзаларынан торған Архангел командаһы (Вәлимә Өмөтбаева, Рәүфилә Әлимғолова, Алмас Хужин) Башҡортостан юлдаш телеканалы “Алтын тирмә” телевикторинаһында Ғафури районының халыҡ театры командаһы менән көс һынашып ҡайтты. Тапшырыу Театр йылына арналды.
Бәйге алдынан үҙебеҙ менән таныштырҙыҡ. Вәлимә Өмөтбаева “Өмөт” халыҡ театры тураһында һөйләп үтте. Ул 1953-1954 йылдарҙан баш ала. Бик бай репертуарлы була. 1996 йылда театрға халыҡ исеме бирелә. Әлеге мәлдә Шамил Рәхмәтуллиндың “Түгелмә, шатлығым” драмаһын әҙерләйбеҙ. “Алтын тирмә”лә ошо әҫәрҙән өҙөктө тәҡдим иттек. Хәмзә Әлимғолов — Малик, Айзирәк Өмөтбаева Зилә ролдәрен башҡарҙы. Ғафуриҙар ҙа буш килмәгән, улар Салауат Әбүзәровтың “Байраҡ аҫтында” әҫәренән өҙөк күрһәтте.
Уйын бик ҡыҙыу барҙы,сөнки күршеләр ҙә бик көслө ине. Өсәр кешенән торған командалар 1-се турҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йор телле, тапҡыр, шаян Нәғим Нурғәлиндың һорауҙарына яуап бирҙе. Икенсе турҙа иһә төрлө өлкәлә белемдәрҙе һынаныҡ. Беҙҙең команда үҙен лайыҡлы күрһәтте һәм һөҙөмтәләр буйынса ике яҡ та тигеҙ мәрәй йыйҙы. Телевикторина аҙағында командалар бер-береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, архангелдәр музыкаль күстәнәс тә алып килгәйне.
Осрашыу бик оҡшаны, ғафуриҙар менән аралашып, киләсәккә пландарҙы уртаҡлашып ҡайттыҡ.
Хәмзә Әлимғолов,
“Өмөт” халыҡ театры ағзаһы.
Читайте нас: