Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2019, 11:18

Юлдарҙа боҙлауыҡ булғанда бәләгә тарымайым тиһәң

Башҡортостан Республикаһы территорияһында һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә бәйле юлдарҙа боҙлауыҡтар барлыҡҡа килеүе бар һәм шул сәбәпле төрлө кимәлдәге эҙемтәләргә килтергән юл-транспорт ваҡиғалары арта. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн Архангел районы Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе үҙҙәренең хәүефһеҙлеген һаҡлау сараларын, юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтергә саҡыра.
Насар һауа торошо шарттарында рүль артына ултырырға ҡарар иткән водителдәргә түбәндәге бер нисә ҡағиҙәне иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Улар:
- тиҙлек режимын мотлаҡ күҙәтеү: транспорт сараһының тиҙлеге ни тиклем шәберәк, тормозға һалғанда үткән юл шул хәтлем күберәк була;
- юл аша сығыу урындарына, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына етәрәк айырыуса иғтибар итергә;
- водитель боҙлауыҡты ваҡытында билдәләй белергә тейеш. Иң ябай ысул — боҙлауыҡлы асфалт фара яҡтыһында ялтырай башлай. Шулай уҡ тәгәрмәстәрҙең тауышы ла үҙгәрә. Тайғаҡ юлда машиналар менән әкрен йөрөү, ҡапыл тормозға һалмау мөһим. Бынан тыш, берәүҙе лә уҙып китергә тырышмағыҙ: боҙлауыҡ мәлендә был бик хәүефле.
- ике транспорт араһында дистанция һаҡлау зарур;
- туҡталыш һәм туҡтау өсөн махсус билдәләнгән урындарҙы һайлау яҡшы;
- күреүсәнлек насар булған шарттарҙа (ямғыр, ҡар яуғанда) юлдарҙа һаҡ булыу мөһим. Әгәр һеҙ буранға юлыҡһағыҙ, бигерәк тә ҡараңғыла, яҡын араны яҡтыртыусы фараны ҡулланырға кәрәк, ә йыраҡ араны яҡтыртҡанын ара – тирә генә файҙаланып хәлде асыҡлап барырға.
Йәйәүлеләргә лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Дәүләт инспекцияһы билдәләнмәгән урындарҙа юл аша сығыу хәүефле булыуын иҫкәртә. Махсус урындарҙа иһә тәүҙә водителдең һеҙҙе күреүенә һәм юл биреүенә ышанғас ҡына юл аша сығырға мөмкин. Шулай уҡ тәүлектең ҡараңғы мәлендә юл буйлап барғанда йәйәүле өҫкө кейеменә яҡтылыҡ сағылдырыусы таҫма тағырға бурыслы.
Евгений Чернов,
райондағы ЮХХДИ дәүләт инспекторы.
Читайте нас: