Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2019, 12:06

Уңышлы булам тиһәң…

Ауыл эшсәндәре “1000 агроном” программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырып ҡайтты.
Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында “1000 агроном” программаһы сиктәрендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, предприятиелары етәкселәре, ауыл хужалығы белгестәре өсөн тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һаҡлауҙа химик ашламалар ҡулланыу буйынса лекциялар үтте. Махсус уҡыуҙар икенсе йыл рәттән ойошторола. Был юлы белемдәрен арттырырға республика район-ҡалаларынан 400-ләп кеше йыйылды. Курстарға беҙҙең райондан мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агроном-консультанты Рәфис Абдуллин һәм биш крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре: Илгиз Ғәлиәкбәров, Хәлит Ғәлин, Артур Сабитов, Галина Швейкина, Юрий Кузнецов барҙы. Биш көн дауам иткән уҡыуҙарҙа улар теория менән танышып, белемдәрен практик күнекмәләрҙә нығытып ҡайтты.
Рәфис Абдуллин үҙенең тәьҫораттары менән бүлешеп түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Тәүге көн беҙҙең алда ауыл хужалығы министрының урынбаҫарҙары Ләлә Дәүләтбаева, Рәмил Нуриәхмәтов, Ирек Сураков, Юрий Лысов һәм Павел Иофинов сығыш яһаны. Курс дауамында һүҙ күберәк үҫемлекселек тармағын күтәреү, ауыл-хужалығының фәнни-техник яҡтан үҫеш программаһын модернизациялау тураһында барҙы, ошо тармаҡтың төрлө йүнәлештәре буйынса файҙалы мәғлүмәттәр бирелде.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Һамар, Ырымбур, Пенза, Түбәнге Новгород, Киров-Чепецк ҡалаларынан һәм Беларуссиянан да белгестәр килеп, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Бөгөн “1000 агроном” программаһы бик урынлы, сөнки, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар үҫемлекселек менән шөғөлләнер алдынан белемдәрен камиллаштырып, башҡаларҙың эш һөҙөмтәһе менән танышҡанда был өлкәлә ышаныслыраҡ эшмәкәрлек итәсәк,- тип һүҙен йомғаҡланы ул.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: