Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2019, 12:14

Тикшерелеп тора

Абҙан ауыл биләмәһендәге уҙған граждандар йыйылышында “Сүп-сар” реформаһы, ветеринария мәсьәләләре, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа көн үҙәгендәге һорауҙар ҡаралды. Илебеҙ кимәлендә индерелгән яңы ҡанундар, талаптар менән таныштырғандан һуң, ауыл хакимиәте башлығы Динара Хәсәнова һәм башҡа белгестәр халыҡ биргән һорауҙарға яуап бирҙе, аныҡлыҡтар индерҙе.
— Абҙан, Үрге Ырныҡшы, Ҡыҙылъяр ауылдарында даими рәүештә имен булмаған һәм социаль яҡтан хәүефле, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе йорттарындағы электр йылытыу ҡорамалдары, мейестәрҙең төҙөклөгө хаҡында тикшереүҙәрен иҫкәртеп торабыҙ.
Үткән йыл Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса балалар баҡсаһының тәүге ҡатында урынлашҡан клуб бинаһына капиталь ремонт үткәрелде, хәҙер ул заманса, матур, йылы мөхиттә үҙ эшен башлап ебәрҙе. Бөгөн ошо уҡ программаға ярашлы ауыл биләмәһенә трактор һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ һәм был һынауҙы уңышлы үтеүебеҙгә ышанабыҙ, - тине Динара Зәкиулла ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: