Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2019, 12:12

“Башҡортостандың яратҡан рәссамдары”

Үткән йылдың декабрь айында Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостанда тыуған яҡташтар тураһындағы китаптар серияһы авторы Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” китабының исем туйы булды. Ул Башҡортостан рәссамдары ижадын бөтә Рәсәйгә һәм сит илдәргә танытыу ниәтенән үткәрелгән бөтә Рәсәй асыҡ интернет-конкурсының һөҙөмтәһе. Эстәлегендә иң күп тауыш бирелгән 60 рәссам тураһында белешмә тупланған. Конкурс уҙғандан һуң, “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проектын үткәреү ҡаралды һәм 2019 йылдың ғинуар айында ижади төркөм Башҡортостан район һәм ҡалалары буйлап гастролдәргә сыҡты. Төрлө мәҙәниәт һарайҙарында, йорттарында яҡташ рәссамдар тураһында презентациялар, матур концерттар тәҡдим ителде. Ниһайәт, сәнғәт турын дауам итә-итә улар беҙҙең районға ла килеп етте. Район мәҙәниәт йортонда ойошторолған тамашаны Наил Мәхмүтов үҙе асты: — Китап өҫтөндә эшләй башлаған ваҡытта ниәтем ҙур башланғысҡа әйләнер, миңә Башҡортостандың һәр тарафтарынан кешеләр ярҙам итер тип уйламаған да инем. Был конкурсты беҙ яҡташтарыбыҙҙың ижадын ҙур майҙандарға сығарыу маҡсатынан башланыҡ. Был Башҡортостаныбыҙға ҡарата илһөйәрлек өлгөһө булып торһон ине, сөнки тыуған ерҙән ҡәҙерлерәк бер нимә лә юҡ. Ә беҙҙең рәссамдар ысынлап та һәләтлеләр һәм беҙ шуны иҫбат итәсәкбеҙ,- тине китап авторы. Артабан ул тамашасыларға эшмәкәрлеге, махсус сайты тураһында һөйләне, район хакимиәтенә “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” китабын бүләк итте. Осрашыуҙың киләһе өлөшөндә районыбыҙҙан сыҡҡан рәссамдар: Лия Әхмәтгәрәева, Руслан Камалов, Наталья Черухина һәм Геннадий Зайнагутдинов сәхнәгә саҡырылды. Н.Черухина менән Р.Камалов үҙҙәренең нисек итеп һынлы сәнғәт оҫталары булып китеүҙәре, һөнәрҙәренең үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте. Ҡыҙыҡлы осрашыу данлыҡлы “VIA ЧАППА” рэп төркөмө, “OldSchool” төркөмөнөң йырсыһы Евгения Сафина һәм проекттың арт-директоры, бард, автор-башҡарыусыһы Рәмил Бадамшин башҡарыуындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сараны “Вся Уфа” телеканалының хеҙмәткәре Денис Ғәниев алып барҙы. Төп ваҡиға — II “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” халыҡ рейтингын тапшырыу тантанаһы 31 ғинуарҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Дилара Бәҙретдинова.

Читайте нас: