Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 13:11

“Яратҡан берәү була”

Көмәрле халҡы тырыш. Уларҙың булдыҡлығы йорттарының төҙөклөгөндә, урамдарының тәртип, таҙалығында, ғөмүмән, үҙ мөхитен даими хәстәрләүендә асыҡ сағыла. Ауылдаштарын һөйөндөрөп тормош көткән дан ғаиләләр араһынан Шәфиға һәм Тимерйән Сәйғафаровтарҙы атап үтергә мөмкин.
58 йыл буйы бер-береһен ихтирам итеп йәшәүсе парҙың үҙ-ара татыу ғүмер кисереүенең сере нимәлә тигән һорауға хужа:
— Яратҡан берәү була. 19 йәштә өйләндем һәм ҡатынымдан уңдым,-тип әйтеүенән Шәфиға Ғәлләм ҡыҙының йөҙө балҡып китте. Һоҡланғыс кешеләр менән әңгәмәләшеү хәтер ептәрен һүтергә саҡырҙы.
Хужабикә медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса 1959 йылда Көмәрлегә килә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Һуңынан да декрет ялындағы аҡ халатлыларҙы алыштыра. Ҡыҫҡаһы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле һөнәр эйәһен әле лә күптәр маҡтап телгә ала.
— Заманында ең һыҙғанып эшләнек, ишек ябылмай торғайны. Ауырыуҙарға көн-төн тимәй, тейешле ярҙам күрһәтелде,-ти ул.
Тимерйән Әбғәлим улы йыр-моңға ғашиҡ йән. Өй түрендә урын алған музыка ҡоралдары уның ҡулдары, етеҙ бармаҡтары тейгәнен көткән кеүек.
— Баянды 44 йәшемә ҡатыным алып бирҙе, ә гармунды 75 тулғас, юбилей уңайынан Факил улым менән Эльмира килен бүләк итте,-тип өҙҙөрөп уйнарға тотондо. “Балаҡатай көйө”нә аяҡтар тыпырҙаны. Башҡорт бейеү көйҙәре күңелде иҫ киткес арбай шул.
— Ағайыма гармун алып биргәс, мин дә өҙгөләй-йолҡҡолай торғас, бер сама өйрәнеп, 2-се синыфта уҡығанда тиҫтерҙәремде тау башында бейетә торғайным,-тип ғаилә башлығы яратҡан йырҙарын да һуҙҙы. 78-е менән барған гармунсы Халыҡ-ара ололар көнөндә йәштәрҙе бейетеп, йөрәктәрен елкендереп тә алған. Ни тиһәң дә, тамашасы гармун моңон һағынған.
Заманында Тимерйән ағай пилорамда тир түгә, мал да көтөргә тура килә. Был хаҡта үҙе:
— Еңел эш эҙләп йөрөмәнем, бер ҙә бирешмәнем. Шуға күрә хеҙмәт ветераны тигән исемде юҡҡа бирмәгәндәрҙер,-тип йәшлеген иҫенә төшөрҙө. Атаһы һуғышҡа киткәндә Тимерйән ағай 4 айлыҡ ҡына сабый булған, шуға күрә атай наҙы күрмәй буй еткерә. Әңгәмә барышында хеҙмәт осоро, күңелле саралар, Благовещенкала “Уйна, гармун” бәйгеһе, төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашыуы ла бәйән ителде. Урманда бүре менән күҙгә-күҙ осрашыу ҙа уны артҡа сигендермәгән. Ҡыйыу батыр һәм инсафлы, баҫалҡы шәфҡәт туташы әле лә йәштәргә биргеһеҙ.
Бөгөн Сәйғафаровтар балаларының (Нәүфилә, Фәнзиә, Факил, Дилара) һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ( Марсель, Дилә, Лиана, Алһыу, Ильяс, Дамир, Динияр) һәм бүләләренең ( Рафаэль) шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашыуҙары, ярҙамдарын тойоуҙары менән бәхетле. Олоғайған көндә бар нәмәне ихлас ҡабул итеп, бер-береһен ҡәҙерләп тороусы Сәйғафаровтар хужалыҡты алға әйҙәп, үҙҙәренең хәләл көсө менән ҡоролған йорттарының ҡотон-ырыҫын арттырып тормош дилбегәһен ныҡлы тота.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: