Инйәр
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 13:50
Шатлыҡ бүләк иттеләр
Яңы йыл — ғаилә байрамы. Бер-береңә иғтибар бүлеү, яҡындарыңдың хәлдәрен белеү, бүләктәр, күстәнәстәр өләшеү — ошо көндөң нескәлектәренең береһе. “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортонда ла Яңы йыл байрамы айҡанлы төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар, ирекмәндәр килеп социаль хеҙмәт алыусыларға байрам кәйефе, күңел йылылығы бүләк итте.
“Ҡартлыҡ-шатлыҡ” хәйриә фонды ирекмәндәре йыраҡ араларҙы яҡынайтып, күптән таныш кешеләренең күңелдәрен күреп китте. Улар тәрбиәләнеүселәргә байрам бүләктәре, күстәнәстәр алып килергә лә онотманы. “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортоноң үҙ Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы ла һәр бүлмәгә инеп Яңы йыл бүләктәрен таратып сыҡты. Ә “Яңы йыл мөғжизәләре” тип аталған тамаша йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Лотерея билеттарын уйнатып приздар алыу, дискотека иң ҡыҙыҡ мәлдәрҙең береһе булды.
Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ла йорт тәрбиәләнеүселәрен байрам менән тәбрикләне. “Сулпан” мәсетенең имам хатибы Батыргәрәй Мәзитов етәкселегендә мөнәжәттәр әйтелде, Ҡөръән сүрәләре уҡылды.
Байрам тантанаһын ойоштороуҙа, 127 кешегә бүләктәр әҙерләүҙә бағыусы Светлана Воробьева ҙур ярҙам күрһәтте.
Күңелле сараларҙан тыш, янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр ҙә ойошторолдо.
Әлиә Муллагилдина,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 15:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 15:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 15:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 15:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"