Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 12:43

Сәләмәтлек торошон тикшереү

2019 йылда халыҡты диспансерлаштырыу дауам итә. Һәр Рәсәй гражданына һаулыҡ торошон тикшереү өсөн түләүһеҙ диагностика үтеү мөмкинлеге бирелә: 1998, 1995, 1992, 1989, 1986, 1983, 1980, 1977, 1974, 1971, 1968, 1965, 1962, 1959, 1956, 1953, 1950, 1947, 1944, 1941, 1938, 1935, 1932, 1929, 1926, 1923, 1920 йылдарҙа тыуғандар (пенсионерҙар, студенттар, эшләп йөрөүсе һәм эшләмәгән граждандар) ағымдағы йылда тикшереү үтәсәк.
Диспансерлаштырыу — халыҡты дөйөм медицина тикшереүе уҙғарыу. Ул ике этаптан тора. Был процедура ҡайһы бер сирҙәрҙе (яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары һәм башҡалар) иртәрәк асыҡларға һәм иҫкәртергә ярҙам итә. Билдәле бер йәшкә етеүгә кеше мотлаҡ анализдар тапшырырға һәм табиптарҙа ҡаралырға тейеш. Дөйөм медицина тикшереүенең төп бурыстары —халыҡтың физик сәләмәтлеге торошон баһалау; хроник сирлеләрҙе күҙәтеүгә алыу; хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу; мәғлүмәтте эшкәртеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: