Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 13:35

Һөҙөмтәләр барланды

Архангел районы буйынса эске эштәр бүлегендә 2018 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә БР буйынса Эске эштәр министрлығынан, район хакимиәтенән, район прокуратураһынан вәкилдәр ҡатнашты.
Урындағы полиция бүлеге начальнигы А.Мортазин докладында төп һөҙөмтәләрҙе сағылдырҙы. Айрат Нәзип улы былтырғы йылдың йомғаҡтары нигеҙендә район территорияһында теркәлгән енәйәттәр һанының 2,3 процентҡа кәмеүен, шул уҡ мәлдә ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәрҙең 10,3 процентҡа артыуын билдәләне. “Иҫкәртеүсе саралар ярҙамында күп кенә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелде: үлтереү һәм үлтерергә йыйыныу (2), уғрылыҡ (58 (-4)), келәттәргә, базаларға һәм магазиндарға төшөү (6 (-3)), мал урлау (3(-4)), мутлыҡ (4(-8)), талау кеүек енәйәттәрҙең үҫешенә юл ҡуйылманы.
Шулай уҡ превентив йүнәлештәге енәйәттәрҙе, айырып әйткәндә үлтереү менән янауҙарҙы (31(+1)), ҡоралдарҙың законһыҙ әйләнешен, наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙе (3) асыҡлауҙа ла күрһәткестәр насар түгел.
Иҡтисади йүнәлештәге закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм асыуҙа һөҙөмтәләр түбән. Бынан тыш, йәмәғәт урындарында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүсе саралар даими уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, урамда енәйәт ҡылыу (27(+5)), шулай уҡ элек енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгәндәр (139(+14), 11,2 процентҡа), шул иҫәптән элек хөкөм ителгәндәр тарафынан (87(+9), 11,5 процентҡа) ҡабаттан енәйәт ҡылыу һаны артты” — тине ул.
Кәңәшмә һуңында 2019 йылға эш планы билдәләнде.
Наталья Бушмелева,
район эске эштәр бүлеге аналитигы.
Читайте нас: