Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 14:07

“Ғүмерҙә бер тапҡыр…”

Илебеҙҙең төп Шыршы байрамына барыу минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды һәм әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ мөғжизәле хис-тойғолар бүләк итте.
Беҙ, Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 114 уҡыусы, әкиәт иленә йыйынғандай оло тулҡынланыу менән “Өфө — Мәскәү” сасолетына ултырҙыҡ һәм күҙ асып йомғансы илебеҙҙең баш ҡалаһына килеп тә төштөк.
Аэропорттан һуң барыбыҙҙы ла “Измайлов” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың беҙҙе бында күптән көтөп тороуҙары бигерәк ҡыуандырҙы. Юлдан ял иткәс, иртәгәһен Кремль һарайына юлландыҡ.
Мәскәү урамдары мең төрлө сағыу гирлянда уттарында балҡый. Береһенән-береһе матур итеп биҙәлгән шыршылар, ҡар һындар байрам кәйефе өҫтәй. Төрлө тарихи-мәҙәни урындарҙы ҡарай-ҡарай Дәүләт Кремль һарайына барып еттек.
Уҡыу алдынғылары, төрлө фестивалдәр, конкурстар лауреаттары, олимпиадаларҙа еңеүселәр Яңы йыл балына бергә йыйылдыҡ. Байрамса биҙәлгән фойе, зал уртаһындағы матур уйынсыҡтар тағылған мөһабәт шыршы, Ҡар бабай, Эльф һәм башҡа әкиәт геройҙары һәр баланы ихлас ҡаршы алды.
Ял программаһы алдынан илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килгән уҡыусылар төркөмө үҙҙәренең үҙенсәлекле һәләттәрен күрһәтергә өлгөрҙө. Йыр-бейеүҙәр бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо. Төшкө сәғәт ун икелә Оло залда ғәйәт ҙур күңел асыу сараһы тәҡдим ителде. Унда биш меңдән ашыу бала ҡатнашты. Артабан “Ер планетаһы сере” тигән сәхнә әҫәрен ҡараныҡ. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашыу, төрлө иҫтәлекле бүләктәр, тәмлекәстәр алыу оло ҡыуаныс бирҙе. Ғөмүмән, Яңы йыл тамашаһы бай йөкмәткеле һәм күңелле ине.
Әсәйем әйтмешләй, бындай ваҡиға ғүмерҙә тик бер тапҡыр ғына була. Ысынлап та, Кремлдәге шыршы тантанаһына юлланыуым минең өсөн иң ҡәҙерле, онотолмаҫлыҡ сәфәр булды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дуҫлашып өлгөргән тиҫтерҙәрем өсөн дә баш ҡала хәтирәләре йөрәктәрҙә мәңгегә ҡалыр тип уйлайым.
Яна Пленкина,
1-се Архангел мәктәбенең 6А класы уҡыусыһы.
Читайте нас: