Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 13:37

Мөрәжәғәттәрҙе тикшереү — тәү сиратта

Граждандарҙан, эшҡыуарҙарҙан, йәмәғәт ойошмаларынан, коллективтарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе хәл итеү прокуратура эшмәкәрлегендә төп урындарҙы биләй. Мәҫәлән, үткән йылдың 12 айында прокуратура тарафынан 165 мөрәжәғәт тикшерелде. Уларҙың күпселеге торлаҡ, хеҙмәт ҡануниәте өлкәһенән булды. 56-һы йоғонтоло саралар күреүҙе талап итте.
Миҫалға, хеҙмәт хаҡы түләнмәүе тураһында “Строй-Комфорт” йәмғиәте эшселәренән килгән аноним мөрәжәғәтте ҡарау һөҙөмтәһендә енәйәт эше асылды һәм суд тәртибендә бурысты ҡайтарырға ҡушылды.
Торлаҡ ҡануниәтен боҙоу тураһындағы ғаризалар араһында етем-балаларға торлаҡ бирелмәүен дәлилләүҙәр киң таралған. 2018 йылда прокурор тикшереүҙәре барышында асыҡланған кире факттар буйынса урындағы район хакимиәтенә граждандарҙың атап үтелгән категорияларын уңайлы шарттары булған торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушыуҙы талап иткән 10 дәлил ғаризаһы ебәрелде. Улар тикшерелде һәм ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарарын башҡарыу һөҙөмтәһендә былтыр 8 етем бала республика ҡаҙнаһы саралары иҫәбенә йортло булды.
Әйтергә кәрәк, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһындағы закон положениелары шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һәм ундағы вазифа биләүселәргә лә ҡағыла. Ошоға бәйле, был ҡануниәт талаптарының үтәлешен күҙәтеү йәһәтенән даими тикшереүҙәр ойошторола. Мәҫәлән, граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡарау тәртибен боҙған өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫарына, Оҙондар ауыл биләмәһе башлығына штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ билдәләнде.
Ялыуҙар, ғаризалар һәм мөрәжәғәттәрҙе хоҡуҡтары боҙолған граждандар үҙҙәре килеп йәки законлы вәкиле, шулай уҡ уларҙың үтенесе буйынса йәмәғәт ойошмаһынан, йә хеҙмәт коллективынан вәкил тапшыра ала. Бынан тыш, ҡануниәт талаптарының күҙәтелмәүе тураһында район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә мөмкин. Ҡабул итеүҙәр дүшәмбе – йома көндәрендә (эш ваҡыты 09.00 — 18.00, йомала 09.00 — 16.45) башҡарыла.
Илдар Ғилманов,
район прокуроры.
Читайте нас: