Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 13:39

Граждандар иғтибарына! (25 ғинуар)

2019 йылдың 25 ғинуарында район прокуратураһы көндөҙгө сәғәт 15.00-тән 16.45-кә тиклем хеҙмәт ҡануниәте талаптарын күҙәтеү, шул иҫәптән эш хаҡын түләү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү, социаль тәьминәт тураһында закон талаптары, шулай уҡ енәйәт ҡылыуҙар хаҡында хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү, теркәү һәм тикшереүгә бәйле һорауҙар буйынса урындарға сығып граждандарҙы ҡабул итеүҙәр уҙғара.
Прокуратура һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул итеүҙәр түбәндәге адрестар буйынса башҡарыласаҡ:
- Орловка ауыл хакимиәте бинаһы — Орловка ауылы, Казаковская урамы, 35-се йорт;
- Үҙәк район дауаханаһы бинаһы — Архангел ауылы, Больничная урамы, 1-се йорт;
- Ҡыҙыл Еҙем ауыл хакимиәте бинаһы — Ҡыҙыл Еҙем ауылы, Үҙәк урам, 1-се йорт.
Илдар Ғилманов,
район прокуроры.
Читайте нас: