“РФ Урман хужалығы кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Был ҡануниәт граждандарға ҡороған ағас, лапы, киҫкәләрҙе шәхси мохтажлығы өсөн бушлай әҙерләргә рөхсәт итә.
Закон сығарыу акттарының инициаторы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров фекеренсә, ҡар ауырлығынан, ел-дауылдан һынған һәм төрлө ауырыу арҡаһында ҡороған ағастарҙы әҙерләүгә ҡаршылыҡ юҡ. Уны йыйып алыу өсөн рөхсәт кәрәк түгел, үҙең менән балта, бензин ярҙамында эшләүсе бысҡы алырға мөмкин. Тик янғын хәүефһеҙлеге буйынса айырым рәүештә билдәләнгән ваҡытта урманға барыу тыйыла.
Депутат шулай уҡ ниндәй урманда ярҡа-киҫкәне алыуҙың рөхсәт ителеүе тураһында ла әйтә: ”Алдан әҙерләп, өйөп ҡуйылған ағас, бүрәнә һәм ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкә урманынан тыш, башҡа ерҙә лапыны алыу рөхсәт ителә. Шуға иғтибар йүнәлтәм, БР Урман хужалығының 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең территория подразделениеларына ебәргән хаты (№03/9251) ғәмәлдән сығарылды. Унда урман һаҡлау органдарын иҫкәртеү һәм ҡороған ағастарҙы алыуға рөхсәт алыу кәрәклеге күрһәтелгәйне. Киҫкәләрҙе йыйырға барған кешеләргә ҙур үтенес бар: үҫеп ултырған ағас, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡмағыҙ, тәбиғәткә зыян килтермәгеҙ. Ярҡа-лапыны йыйғанда ботаҡтарын ҡалдырмау хәйерле, сөнки улар урманды ҡыйлап ҡына ҡалмай, ә янғын хәүефен арттыра.
Был закон кәрәк, бигерәк тә ауыл халҡы өсөн. Ҡороған, кипкән лапы күптәр утынға ғына түгел, хужалыҡта төрлө маҡсатта ҡулланасаҡ.”