Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Ғинуар 2019, 14:06

Дәүләт хеҙмәтләндереүен күрһәтеү

Әлеге мәлдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районы буйынса бүлеге алдында дәүләт хеҙмәтләндереүен күрһәтеү — көнүҙәктә. Хөкөм ителгәнлек булыу-булмау тураһында белешмә биреү — иң талап ителгәндәрҙең береһе.
Бынан тыш, ғаризаны өйҙән сыҡмай, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең Берҙәм порталы аша алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн www.gosuslugi.ru сайтында теркәлергә, артабан логин һәм пароль ҡулланып, шәхси кабинетҡа инергә кәрәк. Теркәү һәм системаға инеү процедураһын үткәндән һуң, Дәүләт хеҙмәттәре араһынан “Хөкөм ителгәнлек булыу-булмау, енәйәти эҙәрлекләү, йәки уны туҡтатыу тураһындағы белешмә биреү” хеҙмәтен һайлайбыҙ.
Һуңынан ғаризаның электрон ысулын тултырырға һәм дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өсөн мөһим булған тейешле документтарҙың административ регламент талаптарына ярашлы күсермәләрен беркетергә кәрәк (паспорттың бөтә биттәре, йәшәгән урын, граждандың хәрби бурысын үтәүе-үтәмәүенә ҡарамай хәрби бурыс тураһындағы бит). Бөтә был процедураларҙы башҡарғандан һуң, электрон ғаризаны ебәреү мөһим һәм бер тәүлек эсендә һеҙгә уның теркәлеүе тураһында белдереү киләсәк.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районы буйынса бүлеге һеҙгә Дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталының www.gosuslugi.ru сайтына теркәлергә һәм шәхесте раҫлауҙа ярҙам күрһәтә. Алдан яҙылыу өсөн 2-19-66 номерына шылтыратып, урындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Наталья Бушмелева,
район эске эштәр бүлеге аналитигы.
Читайте нас: