“Башҡортостанда быйыл да “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектын финанслау дауам итәсәк. Күләме 2018 йылғы кимәлендә һаҡланасаҡ. Был аҡса ауыл мәҙәниәт йорттарына ремонт һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға, балалар һәм муниципаль театрҙарҙа яңы тамашалар ҡуйыуға бүленәсәк,”- ти партия проектының төбәк кураторы Эльвира Айытҡолова.