2019 йылдың 9 ғинуарынан 14-енә тиклем район полиция бүлегенә административ хоҡуҡ боҙоуҙар, хәл-ваҡиғалар һәм енәйәттәр хаҡында 61 ғариза (хәбәр) килде.
Ошо осорҙа 3 урлашыу, 5 юл-транспорт ваҡиғаһында автотранспортҡа механик зыян килтереү, 1 тән яралары яһау, 4 дауаханаға илтеү, 2 ултереү менән янау, 3 ваҡытһыҙ үлем (үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы), 3 ғаилә низағы факттары теркәлде.
Шулай уҡ 19 административ хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөү (3), рөхсәт ҡағыҙҙары булмайынса (алкоголгә) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу (6), ваҡ хулиганлыҡ (1), кеше мөлкәтенә зыян килтереү (1), ата-әсәлек бурысын үтәмәү (1) осраҡтары асыҡланды.
Район территорияһында “Стационар булмаған сауҙа нөктәләрендә сим-карталар һатыуҙы тыйыу”, “Пассажирҙарҙы йөрөтөү эшмәкәрлеге алып барған шәхестәрҙе тикшереү”, “Мутлыҡты иҫкәртеүсе иҫкәртмәләрҙе таратыу”, “Тәбиғи ресурстарҙан килем алыуға бәйле ағастарҙы законһыҙ рәүештә ҡырҡыу” оператив-профилактик саралар үткәрелә.
район эске эштәр бүлеге аналитигы.