Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2019, 13:54

Ҡыуаныс бүләк итте

Бала-сағаның түҙемһеҙлек менән көтөп алған Шыршы байрамы Благовещенка ауылындағы ”Ҡояшҡай” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ла күңелле үтте. Билдәләнгән көн баҡсала тәрбиәләнеүсе 23 бала ҡупшы маскарад кейемдәрендә матур итеп биҙәлгән шыршы янына йыйылды.
Яңы йыл сараһын өлкән тәрбиәсе Римма Виксне асты. Ата-әсәләрҙе, балаларҙы, тәрбиәселәрҙе һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән тәбрикләп, барыһына ла именлек, сабыйҙарҙың тәртипле, сәләмәт булыуҙарын теләне. Артабан һүҙ кескәйҙәргә бирелде. Улар тәрбиәсе Гөлназ Ҡадымованың музыкаль оҙатыуҙыры аҫтында йырҙар, матур ҡар бөртөктәре бейеүҙәрен башҡарҙы, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Малайҙарҙың заманса рэп бейеүҙәре барыһын да хайран ҡалдырҙы. Әйткәндәй, төп ролдәрҙе Ҡадымов Марсель һәм Бутвилович Елизавета, ә Мәскәй әбей ролен Динисламова Диана оҫта уйнаны.
Йәшел шыршы тирәләй әйләнеп, төрлө уйындар уйнағандан һуң Ҡыш бабай бәләкәстәргә бүләктәр, тәмле күстәнәстәр өләште.
Благовещенка ауыл китапханаһында ла мәктәп уҡыусылары өсөн “Яңы йыл көләкәстәре” тигән күңелле һәм фәһемле сара уҙғарылды. Был осрашыуҙа балалар Яңы йыл байрамының килеп сығыу тарихы, йолалары менән танышып ҡына ҡалманы, ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ла ҡатнашты. Байрам һуңында тәмлекәстәр таратылды. Уҡыусылар яҡшы кәйеф менән таралышты.
Гөлфинә Блинова.
Благовещенка ауылы.
Читайте нас: