Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2019, 13:41

Ял көндәре – хәрәкәттә

1 ғинуарҙан 8-енә тиклем районда спорт һәм һаулыҡ декадаһы уҙҙы. Халыҡты физик культураға һәм спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура комитеты, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тарафынан спорт саралары ойошторолдо.

1-2 ғинуар район үҙәгенең “Юбилей” стадионында катокта фигуралы шыуыу буйынса балалар, йәштәр һәм оло йәштәге спортсылар ҡатнашты. Конькиҙа шыуыусылар саф һауала дәрт алып, яңы йылда яңы көс тупланы.
3 ғинуар 2-се Архангел мәктәбендә ирекле көрәш буйынса турнирҙа иң көслө батырҙар асыҡланды. Бәйгелә бөтәһе 50-нән ашыу йәш спортсы үҙ-ара көс һынашты. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Десяткина Альбина, Шәрәфетдинова Милана, Десяткина Гөлшат, Голованов Арсений, Асҡаров Самир, Азимжонов Шайхзот, Антипин Артем, Азимжонов Шодиерхон, Мөзипов Рөстәм һәм Оразов Рәфил “алтын” миҙалға лайыҡ булды.
4 ғинуар “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шахмат һөйөүселәр үҙ-ара уйындар үткәреп, еңеүселәрҙе асыҡланы. “Аҡ ладья” турнирында Архангел, Арх-Латыш, Баҡалды һәм Тәүәкәс ауыл биләмәләренән шахматсылар ҡатнашты. Ошо уҡ көндө “Юбилей” стадионында Архангел, Белорет һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хоккейсылары А.Н.Абрамчук иҫтәлегенә арналған бәйгелә үҙ-ара көс һынашты.
5 ғинуар өҫтәл теннисына ла байтаҡ спортсылар йыйылды. Ир-егеттәрҙән Азат Мәзитов (Баҡалды) – беренсе, Валдис Голубев (Ҡыҙыл Ырғыҙлы) – икенсе, Айдил Әхиәров (Архангел) өсөнсө урынды биләне. Үҫмерҙәрҙән Барсуков Денис – 1, Вашкевич Андрей – 2 һәм Фәттәхов Таһир – 3.
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең спорт залында йәштәр араһында мини футбол ярышында дүрт команда үҙ-ара көс һынашты. Архангел ауылы йыйылма командаһы бөтә уйындарҙа ла уңышлы сығыш яһап тәүге урынды яуланы. Полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре спортсылары – икенсе, абҙандар – өсөнсө.
Декада сиктәрендә Ҡыҙыл Еҙем ауылында мәктәп уҡыусылары араһында хоккей ярышы уҙҙы. Унда бөтәһе 60-лаған йәш спортсы ҡатнашты.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура буйынса комитет рәйесе.
Читайте нас: