Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2019, 14:08

“Мөғжизә селтәре”


Горный ауыл клубында Яңы йыл байрамы айҡанлы балалар һәм ололар өсөн бай йөкмәткеле, күңелле тантана уҙғарылды. Был сараларҙы ойоштороуға йәше лә, ҡарты ла үҙ өлөшөн индерҙе. Ауыл халҡы дуҫ һәм берҙәм булғанға күрә әҙерлек эштәре лә тик ыңғай һәм дәррәү барҙы. Йорт ихаталары биҙәлде, ә клуб эргәһендәге майҙансыҡ үҙенә күрә бер әкиәт донъяһына әйләнде. Биҙәлгән шыршы, сихри ҡар һындар, бала-саға сыр-сыу килеп уйнаған һырғалаҡтар — Яңы йылды бөтә ғәләм көткәндә байрам кәйефен бүләк итте.
Тәүге сара, әлбиттә, балалар өсөн ойошторолдо. Йола буйынса Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кескәйҙәрҙе тәбрикләне. Балалар, үҙ сираттарында, ҡәҙерле ҡунаҡтарға йыр-бейеүҙәрен тәҡдим итте, шиғырҙар һөйләне һәм башҡа һәләттәрен күрһәтте. Шыршы тирәләй яратҡан йырҙарын йырлап әйләнгән бала-саға артабан төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Ә иң һуңында тәмле күстәнәстәр өләшелде.
Ололарҙың Шыршы байрамы айырыуса күңелле үтте. Тамаша залы шығырым тулы булды. Мәҙәниәт йортона ауыл халҡынан тыш ҡырҙан ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа, күрше ауыл кешеләре лә йыйылды. Осрашыуға ауыл хакимиәте башлығы Татьяна Галина ла килде һәм барыһын да киләһе байрамдар менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Ауылдың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән “Мөғжизә селтәре” тип аталған ял программаһы көлкөлө сәхнә әҫәрҙәрен, йыр-бейеүҙәрҙе һәм төрлә бәйгеләрҙе үҙ эсенә алды. Яңы йыл мажараларын сәхнәләштергән сығыш тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ҡыш бабай ролен Зәкирйән Нәзиров, Ҡарһылыуҙы Юлиә Бәширова, Мәскәй әбейҙәр — Миләүшә Мырҙагилдина һәм Фәүзиә Фәхретдинова, Сусҡа бәрәстәрен Венера Ноғаманова һәм Марина Десяткина оҫта башҡарҙы. Шулай уҡ Галина Шалькова конкурстар үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтте. Килгән ҡунаҡтар ҙа Яңы йыл хужалары алдында үҙ һәләттәрен күрһәтте: кемдер йыр башҡарҙы, икенселәр дер һелкетеп бейеп күрһәтте. Концерт программаһынан һуң лотерея билеттары уйнатылды. Ғөмүмән, Горный ауылында байрам күңелле үтте.
Азамат Бәширов.
Горный ауылы.
Читайте нас: