Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2019, 13:28

12 ғинуар — РФ Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Быйыл 12 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы прокуратураһына 297 йыл тула. 1722 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй императоры Бөйөк Петр Күрһәтмәһе нигеҙендә Хакимлыҡ итеүсе сенатта тәүге тапҡыр Генерал прокурор вазифаһы раҫлана һәм Рәсәй прокуратураһы институты барлыҡҡа килә.

Әлеге мәлдә район прокуратураһында 3 оператив хеҙмәткәр эшләй. Улар — район прокуроры И.Ғилманов, уның урынбаҫары И.Хәйруллин, прокурор ярҙамсыһы Р.Абзалтдинова. Бынан тыш, З.Хәлимова — өлкән белгес, Н.Хәлилов водитель бурысын үтәй.
Енәйәтселеккә, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш, илебеҙҙең хоҡуҡи берҙәмлеген тәьмин итеү, кеше һәм граждандың иркен, хоҡуҡтарын күҙәтеү, шәхес, йәмғиәт, дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау — прокуратура органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып ҡалыуын дауам итә.
2018 йылда ҡануниәт талаптарын үтәү сиктәрендә прокуратураның юғары органдары ҡушыуы һәм планға алынған саралар буйынса уҙған тикшереүҙәр барышында 910 закон боҙоуҙар асыҡланды. Шул иҫәптән судҡа 209 дәғүә ғаризаһы ебәрелде, 118 законһыҙ хоҡуҡи акт кире ҡағылды, 177 белдереү индерелде. Һуңғылары буйынса 194 кеше дисциплинар, 71-е прокурор ҡарары нигеҙендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, енәйәт билдәләре булған 9 материал йүнәлтелеп, улар буйынса 9 енәйәт эше асылды.
Эҙәрләү һәм тәүтикшереү органдарының күҙәтеүҙәре барышында 253 закон боҙоуҙар асыҡланды һәм элек йәшерелгән 14 енәйәт ҡылыу иҫәптә тергеҙелде.
Мәҫәлән, былтыр прокурор тикшереүҙәре барышында район үҙәгендә йәшәүсе ҡатынға мировой судья тарафынан мәжбүри эш тәғәйенләнеүе билдәле булды. Архангел ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы административ тәртиптә мәжбүри эшкә йәлеп ителгән был гражданды язанан ҡотолдороп, уның эш ваҡытын иҫәп алып барыу табеленә ялған белешмәләр индергән һәм был ҡылығы өсөн мадти файҙа алған. Вазифауи мөмкинлектәрҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған өсөн Архангел ауыл советы ауыл биләмәһенең башлығына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды ( РФ Енәйәт кодексының 285, 292-се статьялары), элек тә ошоға оҡшаш хоҡуҡ боҙоуҙар булғаны билдәле. Әлеге мәлдә енәйәт эше ғәмәлдә, тикшереү өсөн судҡа тапшырылды.
Район прокуратураһы шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙарҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеүгә лә ныҡлы иғтибар бүлә.
Билдәле булыуынса, былтыр һәм быйыл Ауырғазы күп профилле колледжы уҡыу йортон тәьмин итеү, хеҙмәтләндереү буйынса коммерция ойошмаһы менән 2,2 миллион һумдан артыҡ суммаға 10 килешеү төҙөй. Прокуратура тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә, был предприятие директорының уҡыу йорто етәксеһенә кейәү булыуы билдәле булды. Әммә килешмәүсәнлек килеп тыуыуға ҡарамаҫтан, колледж директоры уны яйға һалыу сараларын күрмәй. Ошоға бәйле, район прокуратураһы республиканың мәғариф министрлығына белдереү ебәрә, һөҙөмтәлә колледж директорына шелтә бирелә, законһыҙ килешеүҙәр юҡҡа сығарыла.
Прокуратура эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары һағында ла тора. “Строй-Комфорт” ЯСЙ-һы эшселәре мөрәжәғәте буйынса район прокуратураһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр барышында ойошманың ике ай дауамында хеҙмәт хаҡы түләмәүе билдәле булды. Һөҙөмтәлә суд етәксегә 200 меңдән ашыу бурысты түләргә ҡушты.
Йыл да һөнәри байрамыбыҙ мәлендә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән прокуратура хеҙмәткәрҙәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар — Валерий Владимирович Сугачков, Александр Владимирович Чернов, Миңсәйҙә Хатип ҡыҙы Татлыбаева, Галина Сергеевна Москалева. Был көндө беҙ уларға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф һәм яҡындарының иғтибарында булыуҙарын теләйбеҙ.
Илдар Ғилманов,
район прокуроры.
Читайте нас: