Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы территорияһында (Өфө ҡалаһынан башҡа) 2018 йылдың 1 октябренән алып социаль яҡлау саралары билдәләүгә граждандарҙан ғаризалар һәм документтар ҡабул итеүҙәр ойошторолған. Бынан тыш мәғлүмәт аңлатыу эштәренең сифатын күтәреү маҡсатында Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге сайтында (
http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/abviser/Default.apxc) онлайн-консультация эшләй. Уның ярҙамында кешеләргә дәүләт социаль ярҙамына хоҡуҡ тураһында мәғлүмәт алырға була. Социаль ярҙам саралары билдәләү тәртибе һәм шарттары, кәрәкле документтар исемлеге хаҡында белешмәләрҙе БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында4s (
www.mintrudrb.ru) “Социаль яҡлау” һәм Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге сайтындағы (
http://rcspn.mintrudrb.ru) “Түләүҙәр һәм пособиелар” бүлегендә табырға мөмкин.