Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2018, 11:51

Тамаҡ тамуҡҡа илтмәһен

БР буйынса ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше мәнфәғәтен күҙәтеү федераль идаралығы балыҡ яратыусыларҙы хәүефле паразит ауырыуы хаҡында иҫкәртә.
Йыл һайын Башҡортостанда 15-тән 35-кәсә опистохроз менән сирләү осрағы теркәлә. Быйыл 25 кешенең (йәғни 10000 кешенең 0,61-е) ошо ауырыуҙы йоҡтороуы асыҡланды. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә килгәндә былтырғыға ҡарағанда ауырыусылар кимәле 27 процентҡа кәмегән.
Опистохроз — балыҡ аша йоғоусы иң ҡурҡыныс һәм киң таралған сирҙәрҙең береһе. Ул гельминттарҙан башлана. Ауырыу тейешле кимәлдә термик ысул менән эшкәртмәйенсә, шулай уҡ киптергән, ҡаҡлаған, тоҙланған балыҡты, бигерәк тә һаҙандар (карп) төрөнә ингәндәрҙе ашағанда эләктерелә. Имеүсе ҡорттар бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙендәге юлдарҙа урынлаша. Тәүҙә ошо юлдар зарарлана, һуңынан сир ағзаның үҙенә күсә. Ваҡытында дауаланмаған осраҡта ул үт ҡыуығы ауырыуына, хроник гепатитҡа, бауыр циррозына дусар итә.
Ауырыуҙың симптомдары: уң яҡ ҡабырғалар аҫтында ауыртыныу тойола, тән тиреһендә төрлө таптар, бауырҙың ҙурайыуы күҙәтелә һәм уның эшмәкәрлеге боҙола. Сир киҫкен, йә хроник стадияла айырыла. Тәүгеһе — ике айға тиклем. Дауаламағанда ул хроник стадияға күсә, йәғни йылдар дауамына һуҙылыуы ихтимал. Опистохроз йомортҡалары ябай күҙгә күренмәй. Шуға ла ризыҡ зарарһыҙ булып тойола. Балыҡ яратыусылар түбәндәге иҫкәртмәләрҙе мотлаҡ күҙәтергә тейеш:
- ризыҡтың яҡшы бешерелгәнен, ҡыҙҙырылғанын йәки тәфсирләп тоҙланғанын ғына ашарға;
- балыҡты өлөштәргә бүлеп һыу, йә май ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 минут дауамында ҡапҡасты ябып бешерергә йәиһә ҡыҙҙырырға кәрәк;
- ҡыҙҙырғанда ҙур булмаған киҫәктәрҙе йәйеп һалыу мөһим;
- тоҙлағанда 10 кг балыҡҡа 2 кг тоҙ иҫәбен алырға һәм ике аҙна тоторға;
- ҡаҡлағанда: тәүҙә 3 көн тоҙларға (10:2), һуңынан 3 аҙна ҡаҡларға;
- балыҡ менән бәлештәрҙе 1 сәғәт бешерергә;
- балыҡ фаршынан яһалған билмән һәм кәтлиттәрҙе 15-20 минут ҡайнатырға;
- ниндәй генә тәмләткес менән эшкәртелеүгә ҡарамаҫтан, сей балыҡты ашарға тыйыла;
- сифат һәм хәүефһеҙлекте раҫлаусы рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған урындарҙан балыҡ һатып алмағыҙ.
БР буйынса Роспотребнадзор идаралығы.
Читайте нас: