Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2018, 17:57

Һоҡланғыс шәхес ине

Күптән түгел Көмәрле ауылын ғына түгел, ә күрше-тирә ауылдар халҡын да оло ҡайғыға һалған фажиғәле хәл булды…Ауылым, халҡым тип янып йәшәүсе Риваль Миннигәрәй улы Баһауетдиновты ҡәһәрле сир 61-се йәшендә генә беҙҙең аранан алып китте.
Ғәҙел, тырыш, эскерһеҙ Риваль бер нисә тапҡыр ауыл, район Советы депутатлыҡҡа һайланып, һәр саҡ ауылдаштарының мөхитен яҡланы. Элегерәк ауылдарҙа техника булмаған замандарҙа, ул үҙенең еңел машинаһы менән “тиҙ ярҙам” машинаһы ролен дә үтәй торғайны, башҡа йомоштар менән мөрәжәғәт иткәндә лә бер ваҡытта кире ҡаҡманы. Хәленән килгәнсә һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Аҡыллы, сабыр ир-азамат ауыр ваҡыттарҙа файҙалы, урынлы кәңәштәрен биреп, һүҙ ярҙамы ла күрһәтә ине.
Ғүмер буйы кешеләргә тик изгелек ҡылып йәшәне. Ул һәр саҡ яҡшы эштәрҙе башлап йөрөнө. Ауыл зыяраты кәртәһе емерелә башлағас, халыҡ менән кәңәшләшеп, аҡса йыйып, төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын үҙенең техникаһы менән ташып, ауылдаштары менән матур итеп кәртәләп ҡуйҙы. Тирә-яҡ мөхитте таҙа, йыйнаҡ тотоу эштәрендә лә ул кешеләрҙе әйҙәп, ойошторор ине. Ғөмүмән, уның кәңәшен, ярҙамын тоймаған кеше ҡалмағандыр.
Алсаҡ йөҙлө, кешелекле Р.Миннигәрәй улының тормош юлы һикәлтәле булды. Йәш кенә көйө тормош иптәшен, ата-әсәһен, бер туған апаһын ерләне. Ҡайғы-хәсрәтте күп күрһә лә тормош алдында һынманы. Матур киләсәк, балалары, ауылдаштары өсөн тырышып йәшәне.
Бөгөн беҙ оло хөрмәт, һағыныу менән күҙ йәштәре аша уны хәтергә алабыҙ. Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын. Һөйөклө ике улың, бер ҡыҙың, ейән-ейәнсәрҙәрең һинең тормошоңдо дауам итәсәк. Тыныс йоҡла, Риваль туғаным!
Зәйтүнә Ямансарова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Көмәрле ауылы.
Читайте нас: