Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Декабрь 2018, 13:03

Ә һеҙ беркеттегеҙме???

Автомобиль — көнкүрешебеҙҙә иң кәрәкле әйбер. Берәүҙәргә ул район үҙәгенә йомош менән сығыу, ҡунаҡҡа йөрөү өсөн уңайлы икән, икенселәргә көн һайын эш урынына барып-ҡайтыу өсөн кәрәк.

Автомобиль — көнкүрешебеҙҙә иң кәрәкле әйбер. Берәүҙәргә ул район үҙәгенә йомош менән сығыу, ҡунаҡҡа йөрөү өсөн уңайлы икән, икенселәргә көн һайын эш урынына барып-ҡайтыу өсөн кәрәк.
Күптәргә “тимер ат”ҡа ултырып сығып китеү рәхәт тойолһа ла, руль артындағылар өсөн был көн дә етди иғтибарлыҡ, сабырлыҡ талап итеүсе шөғөл. Миҙгелдең алмашыныуы, боҙлауыҡ, ҡуйы томан, ҡар һырынтылары, тағы ла әллә күпме ҡыйынлыҡтар юл-транспорт фажиғәһенә килтереүгә сәбәпсе.

Тәүлектең ҡараңғы ваҡыттарында водителдәргә бигерәк ауыр. Сөнки юл буйынан йәйәү килгән кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың күбеһенең кейемдәрендә махсус ялтырауыҡ- фликерҙар беркетелмәгән. Шул арҡала ҡуйы ҡараңғылыҡта уларҙы тиҙ генә шәйләп алыу ҡыйын. Фликерҙар кейемдең алғы һәм артҡы, йәки еңенә беркетелгән осраҡта авто йөрөтөүселәр юлдағыларҙы йыраҡтан уҡ күрә һәм, әлбиттә, был осраҡта хәүеф бер кемгә лә янамай. Ябай ғына әйбер ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҙур әһәмиәт бирә. Төндә фликерҙар тағылған, йәки махсус ялтырауыҡлы кейем кейгән йәйәүлеләр осраһа, уларға ҡарата ихтирам тойғоһо кисерәм. Сөнки улар үҙҙәре, яҡындары һәм башҡалар тураһында хәстәрлек күреүселәр.
Тағы бер ҡурҡыныс күренеш — бала саға оло юл эргәһендә саңғыла шыуырға әүәҫ. Уларға хәүефле урында уйнарға рөхсәт иткән ата-әсә нимә уйлай икән? Һеҙ бит үҙ сабыйҙарығыҙҙың, юлдағыларҙың һәм водителдәрҙең яҙмышын ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ.
Беҙ барыбыҙ ҙа көн һайын юл хәрәкәтендә ҡатнашабыҙ. Шуға күрә балаларыбыҙға үрнәк күрһәтеп, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, иғтибарлы, һаҡ булырға өйрәтәйек.
Сабыйҙарының хәүефһеҙлеге өсөн борсолған ата-әсәләр үрҙә әйтелгәндәргә ҡолаҡ һалыр тип ышанам.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: