Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
13 Декабря 2018, 09:15
“Янғантау “геопаркы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән “Янғантау” геопаркы ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 2002 йылдан алып эшләүсе бөтә донъя милли геопарктар селтәренә ингән геопарк статусын Рәсәйҙә беренсе булып алыуға дәғүә итә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән “Янғантау” геопаркы ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 2002 йылдан алып эшләүсе бөтә донъя милли геопарктар селтәренә ингән геопарк статусын Рәсәйҙә беренсе булып алыуға дәғүә итә.
Италияла үткән VIII Халыҡ-ара конференцияла “Янғантау” геопаркының ғаризаһы хуплау тапты. Тимәк, рәсми белдереү яһалырына ышаныс тыуа. Әгәр ыңғай хәл ителһә, донъяның 38 илендәге 140 геопарк исемлегенә һәм Рәсәй Федерацияһының тәүге геопаркы булып тарихҡа инәсәк.
Геопарк майҙаны — 1700 кв.м. Тәбиғәт үҙенсәлеге Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр һәм хайуандарҙың күп төрлөлөгөнә бәйле. Унда “Өфө яйлаһы” төп орнитология биләмәһе бар. Территорияһы матди булмаған мираҫҡа иғтибар артыуы менән дә айырыла. ” Салауат йыйыны”, Халыҡ-ара фестивалдәр уҙғарыла. Боронғо халыҡ кәсепселеге, һөнәрселек, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ, уйын ҡоралдары яһау үҫешкән. Экскурсия һәм туристик маршруттар булдырылған, 24 музей эшләй. Студенттар өсөн “Йәш геолог” республика ялан профилле лагеры үткәрелә.
Ғөмүмән, геологик парк иҡтисадты, социаль инфраструктураны үҫтерергә, туристар ағымын арттырырға, ҡыҙыҡлы мәғариф проекттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
М.Зиннурова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"