Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Декабрь 2018, 13:42

Урап ағырмы Инйәребеҙ?

Йыл һайын яҙғы ташҡын мәлендә Инйәр йылғаһы ярҙарынан сыға. Ошо сәбәпле һыу күләме Оҙондар ауылы эргәһендәге зыяратҡа тиклем барып етеп, ҡәберлектәрҙе йыуа башланы. Тирә-яғыбыҙға һәм урындағы халыҡҡа хәүеф тыуҙырмаймы, тигән һорау борсой Оҙондар ауылы халҡын.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрит Ғәйнетдинов белдереүенсә, 2018 йылда БР Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан Инйәр йылғаһының үҙәнен төҙәйтеү һәм ярҙарын нығытыу (шул иҫәптән зыярат эргәһен) буйынса дәүләт контрактына ҡул ҡуйыла. Декабрь башында проектты сафҡа индереү буйынса рөхсәт алынды. Тиҙҙән объектты төҙөкләндереү йәһәтенән подрядсы ойошма үҙ эшен башлаясаҡ. Проектҡа ярашлы, Инйәр йылғаһының үҙәнен төҙәйтеү һәм уның ярҙары (шул иҫәптән зыярат эргәһе) нығытыласаҡ. Дөйөм эштәр 2019 йылдың декабренә тиклем тамамланасаҡ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: