Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
13 Декабря 2018, 09:21
“Бесәйҙең өйө”
Салауат башҡорт дәүләт драма театры район мәктәптәре уҡыусылары иғтибарына Самуил Маршактың “Бесәйҙең өйө” һәм Эрик-Эммануил Шмиттың “Аллаға 14 хат” әҫәрҙәре нигеҙендә спектаклдәр тәҡдим итте.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры район мәктәптәре уҡыусылары иғтибарына Самуил Маршактың “Бесәйҙең өйө” һәм Эрик-Эммануил Шмиттың “Аллаға 14 хат” әҫәрҙәре нигеҙендә спектаклдәр тәҡдим итте.
Уйын-көлкөгә әүрәп янғын хәүефһеҙлеген онотҡан Бесәйҙең өйһөҙ ҡалыуы, дуҫтың көлгәндә түгел, ә бөлгәндә беленеүен бәйән иткән “Бесәйҙең өйө” спектаклен кескәйҙәр ихлас ҡабул итте. Ут менән шаярыуҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе тураһындағы сәхнә әҫәре түбән синыф уҡыусылары өсөн фәһемле һабаҡ булды.
Э.Э.Шмитт әҫәре буйынса ҡуйылған “Аллаға 14 хат” спектаклен тамашасылар оло тулҡынланыу менән ҡараны. “Беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ? Йәшәү асылы нимәлә һәм ваҡытыбыҙҙы нимәгә әрәм итәбеҙ? Ни өсөн тормоштоң ҡәҙерен аңлау тик үлем алдынан ғына килә?”—тигән һорауҙарға Раштыуа байрамы ваҡытында дауаханала яман шеш ауырыуы менән көрәшкән Оскар исемле бәләкәй малай образы аша яуап алына. Мәрхәмәтлелек, ғәҙеллек, яҡын кешеләреңдең, тормоштоң ҡәҙерен белеү, бер-береңә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу темаларын яҡтыртҡан спектакль уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә бирҙе.
Дилара Бәҙретдинова
.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"