Ауыл хужалығы эшсәндәре ҡыҙыу урып-йыйыу миҙгеленән һуң бер аҙ тын алып, киләһе йылдың сәсеү кампанияһына әҙерләнә башланы. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә тиклем ауыл хужалығы техникаһын үҙ ваҡытында һәм сифатлы әҙерләү маҡсатында сәсеү машиналарын, ҡоролмаларҙы ремонтлау бара. Механизаторҙар “тимер аттар”ын ентекләп тикшерә, уларҙы иркенләп йүнәтә.
Быларҙан тыш, аграрийҙар “РФ Ауыл хужалығы үҙәге”нең БР буйынса учреждениеһына быйылғы орлоҡтарҙы тикшереүгә тапшырыуҙы дауам итә. Ауыл хужалығы үҙәгендә яҙғы культураларҙың сифаттары, шытымлығы ҡарала, улар категорияларға, сорттарға бүленә.
— Орлоҡтар өс төргә айырыла: оригиналдар, элиталы һәм репродукцион. Оригинал орлоҡтар саф сортлы тигәнде аңлата. Элиталылар оригинал орлоҡтарҙан сығарыла, улар башҡаларға ҡарағанда ҡиммәт. Репродукцион тип элитанан һуң килгәндәрен атайбыҙ. Хужалыҡтарҙа, башлыса элиталы һәм тейешле тикшеренеү үткән репродукцион орлоҡтар ҡулланыла. Шулай уҡ юғары репродукциялы кондициялы орлоҡтарға анализ бирелә,-тип эш барышы менән таныштырҙы мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агроном-консультанты Рәфис Абдуллин.