Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Декабрь 2018, 13:47

“185 һум халыҡ өсөн күп”

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә сираттағы оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫарҙары, прокурор Илдар Ғилманов һәм Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә сираттағы оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫарҙары, прокурор Илдар Ғилманов һәм Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова ҡатнашты.
БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Киреев республикала торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. Артабан БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 3 декабрҙән 10 декабргә тиклем республикала 82 юл-транспорт ваҡиғаһы (27 ноябрҙән 3 декабргә ҡарата 4 процентҡа юғары) теркәлә, унда һигеҙ кешенең (2 кешегә күберәк) ғүмере өҙөлә, 89 граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында бәйән итте. Уның һүҙҙәренсә, төбәктә һуңғы аҙнала 103 янғын сығыу осрағы теркәлә, унда бер кеше һәләк була, өс граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Киреев киләһе йылдың 1 ғинуарынан халыҡтан сүп-сар сығарыу буйынса үҙгәрештәр, БР Хеҙмәт дәүләт инспекцияһының етәксеһе Татьяна Астрекина эш хаҡы ваҡытында түләү, Федераль Һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов 2017 йылға физик шәхестәрҙең һалым түләүҙәре тураһындағы мәғлүмәт еткерҙе.
Альберт Рәхимов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Ауыл халҡынан сүп-сар сығарыу өсөн 185 һум түләү – юғары хаҡ! Был һандарҙы түбәнәйтеү мөһим. Тиҙ арала төбәк операторҙары менән осрашып, был мәсьәләне хәл итеү мотлаҡ.
Читайте нас: